

Өфөнөң Совет майҙанындағы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған мемориаль комплекс нигеҙендә - 1112 тонна гранит һәм 42 тонна бронза.
Мемориал 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына ғына бағышланмаған. Ул Ватан өсөн һәләк булған барлыҡ яугирҙәр иҫтәлегенә арнала.
Проекттың авторы – скульптор Салауат Щербаков һәм архитектор Константин Донгузов.
Башланғыс авторы – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Һәйкәлде ҡуйыу буйынса эш ҡасан башланған, рельефтары нимә тураһында һөйләй, монументты ниңә Совет майҙанына ҡуйғандар? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты видоеяҙмала табырһығыҙ: https://disk.yandex.ru/i/3yMrtAyigtxPHA
Фото: видеонан скриншот.