

Социаль селтәрҙә үҙенсәлекле видеояҙма йөрөй: унда Шайморатов батальонында хеҙмәт иткән башҡорт яугирҙәре фронттың алғы һыҙығынан сәләм ебәрә, улар менән барыһы ла яҡшы булыуын һәм бер нимәгә лә зарланмауҙарын хәбәр итә. Уларҙы борсоған берҙән-бер мәсьәлә – ул да булһа яҡындарынан алыҫта булыуҙары, уларҙы өҙөлөп һағыныуҙары.
– Беҙҙең өсөн борсолмағыҙ! Беҙ һеҙҙе бик ныҡ яратабыҙ, тиҙҙән осрашасағыбыҙға шикләнмәйбеҙ! Барығыҙҙы ла ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлар инек! Беҙ еңәсәкбеҙ! Имеш-мимештәргә ышанмағыҙ. Эйе, беҙ һуғышта, әммә был ир-егеттәр эше, сөнки беҙ - яугирҙәр. Барыбыҙ ҙа Ватаныбыҙға тоғро ҡалабыҙ, ғаиләләребеҙ өсөн, беҙҙең йорттарға ла яуыз көстәр ишек шаҡымаһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, - ти башҡорт яугирҙәре үҙҙәренең видеомөрәжәғәтендә.
Уларҙың һүҙҙәрен ҡеүәтләп, хис-тойғоларығыҙҙы йәлләмәгеҙ, иң изге теләктәрегеҙҙе комментарийҙарҙа еткерегеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!
Фото һәм видео “СИБАЙ ГОРОД подслушано” төркөмөнән.