

Иртәгә Өфө районында “Башсельхозтехника” предприятиеһынан Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальондар яугирҙәренә ике йөк машинаһында ылау оҙатыласаҡ.
Посылкалар “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәләрендәге М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы ярҙамында йыйылды. Уларҙы әҙерләүҙә мобилизацияланған һәм үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарҙың яҡындары, йәмәғәт ойошмалары, бизнес вәкилдәре һәм был хәлгә битараф булмағандар ҡатнашты.
Әйткәндәй, посылкалар һалдаттарҙың теләгенә ярашлы йыйылды, унда резина итектәр, куртка, бирсәткә, йылы эске һәм ямғырҙан һаҡлана торған кейемдәр, бысҡы, аҙыҡ-түлек, башҡа бик күп әйберҙәр һалынған.
Посылка ебәрергә теләгәндәр күп, шулай ҙа яугирҙәр, әлбиттә, тәү сиратта яҡындарынан хәбәр-күстәнәс көтә, сөнки уларҙа балаларының, ҡатындарының, ата-әсәләренең йөрәк йылыһын тоя.
Әйберҙәр 40 сәғәт эсендә һалдаттарға барып етәсәк. Еңеү менән, имен-һау ҡайтығыҙ, егеттәр!
Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.