

Стәрлетамаҡ районында "Ата-бабалар иҫтәлегенә лайыҡлы булырбыҙ!" тип аталған мәҙәни-тарихи фестиваль үтте. Сара, Башҡортостан Башлығы Грантын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Наполеонға ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан башҡорт полктарының береһенең командиры Ҡаһым Мырҙашевтың тыуған илендә ойошторолдо. Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында уҙған фестиваль Рәсәйҙең 1812 йылдағы Ватан һуғышында еңеүенә һәм урыҫ армияһының 1813-1814 йылдарҙа сит илдәргә походтарына арналды.
Фестивалдә 1812 йылдағы Ватан һуғышында Рәсәйҙең еңеүенә арналған митинг, 1812 йылдағы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктарының береһенең командиры Ҡаһым Мырҙашев һәм 1813-1814 йылдарҙа урыҫ армияһының сит ил походтарына арналған стеллаға сәскә һалыу тантанаһы, "Ашҡаҙар" йыры һәйкәленә сәскә һалыу, "Башҡортостан Республикаһында 1812-1814 йылдарҙағы геройҙар" мәктәп ғилми онлайн-уҡыуҙарын асыу, "Ҡаһым түрә ҡунаҡтарҙы саҡыра" тарихи йырҙарҙы башҡарыусыларҙың төбәк-ара онлайн-фестивален асыу, туғыҙ ырыу араһында уҡ атыу буйынса “Мәргән уҡсы” семинары үтте.
"Ҡаһым түрә" стеллаһына сәскә һалыу тантанаһынан һуң урындағы мәҙәниәт йортонда фестивалде асыуға арналған концерт ҡуйылды. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе Рәмил Рәхимов республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе. Ҡотлау телеграммаһында дәүләт азатлығын иңгә-иң терәп яҡлаған ата-бабаларыбыҙ мираҫына тоғро булыу кәрәклеге тураһында әйтелә.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, урындағы ҡоролтай рәйесе Эльвира Иманғолова ҡаршы алды. Сарала Башҡортостан Башлығы фондынан проект кураторы Айҙар Хажин, Бөтә донъя ҡоролтайы башҡорттары Башҡарма комитеты ағзаһы Нурислам Ҡалмантаев, республиканың һыбай йөрөү һәм уҡ атыуҙы үҫтереү буйынса “Мәргән уҡсы” автономиялы ойошмаһы директоры Юлай Ғәлиуллин, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, Стәрлетамаҡ районының почетлы гражданы Велмир Аҙнаев, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Ғәлим Хисамов, Стәрлетамаҡ районы ветерандар советы рәйесе Николай Миронов һәм башҡалар ҡатнашты.
"Мәҙәниәт-ара партнерлыҡ үҙәге" социаль һәм мәҙәни башланғыстарҙы үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының проект етәксеһе Валентина Латипова Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенә һәм фондына, республиканың Мәҙәниәт министрлығына, проект буйынса партнерҙарға фестивалде үткәреүҙә ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.
"1812 йылдағы Ватан һуғышы башланыу менән илебеҙҙең бөтә төбәктәренән полктар туплана. 1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ла халыҡ илде һаҡлауға дәррәү күтәрелә. 2023 йылдың февралендә Донбасстың фашист оккупанттарынан азат ителеүенә 80 йыл һәм махсус хәрби операция башланыуға бер йыл тула. Бөгөн тағы ла бер тапҡыр Башҡортостан улдары, шулай уҡ тотош Рәсәй Донбасс ерендә нацистарға ҡаршы һуғыша. Һәм уларҙың еңәсәгенә шик юҡ. Шайморатов вариҫтары сигенә белмәй", — тине Валентина Латипова.
Европала йәшәгән ватандаштарыбыҙ ҙа - Ирек Байышев, Вадим Войтехович, Илья Лоуренс, Азат һәм Таһир Ҡужиндар Лейпцигта барған халыҡ-ара фестивалдән сәләм ебәрҙе.
Фестиваль ҡунаҡтары Айыусы ауылының урта мәктәбендә булды, унда 1812 йылдағы Ватан һуғышында Рәсәйҙең еңеүенә 210 йыл тулыуға арналған "Башҡортостан Республикаһында 1812-1814 йылдарҙағы геройҙар" онлайн уҡыуҙарҙа ҡатнаштылар.
Сара Мырҙаш ауылында тамамланды. Унда фестивалдә ҡатнашыусылар "Ҡаһым түрә" башҡорт милли-мәҙәни үҙәгендә булды. Киләһе йыл Ҡаһым Мырҙашев музейын булдырыу планлаштырыла. Уның биографияһы 1812 йылдағы Ватан һуғышында һәм 1813-1814 йылдарҙа сит илдәргә походтарҙа ҡатнашҡан башҡорт ғәскәрҙәренең хәрби даны менән тығыҙ бәйләнгән.
Бында халыҡ иғтибарына Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Фәйзрахман Исмәғилевтең Европаны Наполеон илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәрен сағылдырған картиналары тәҡдим ителде.
Фотолар Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенән алынды.