

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы Симферополь һәм Севастополь ҡалаларындағы госпиталдәрҙә дауаланған яралы ир-егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам тапшырырға юлланғайны.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаларынан, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән торған делегация гуманитар йөк менән Ҡырымға, Симферополь һәм Севастополь ҡалалары госпиталдәрендә ятҡан яҡташтарыбыҙ янына барасаҡ. Делегация етәксеһе – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов.
Шулай уҡ улар араһында музыкант, автор-башҡарыусы, "Без - башҡортлар" хәрәкәте ағзаһы Филүс Беркет, халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе солисы, ҡурайсы Динар Абдуллин, йәнә блогер, йырсы Ильяс Батыргәрәев бар.
Улар хәрбиҙәребеҙгә кәрәк-яраҡты республика халҡы исеменән тапшырасаҡ, өмөт-ышаныс һүҙҙәрен еткерәсәк, тыуған яҡтың моң-көйҙәре менән кәйефтәрен күтәрәсәк.
Фото һәм видео: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.