

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы гуманитар йөк менән Симферополь һәм Севастополь ҡалаларындағы госпиталдәргә юлланыуы тураһында хәбәр иткәйнек.
Гуманитар йөктә кейем-һалым, төрлө кәрәк-яраҡтар, республика халҡынан йыйылған әйберҙәр һәм күстәнәстәр инә. Әлеге ваҡытта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов етәкселегендәге делегация Ҡырымға имен-аман барып еткән һәм урындағы әүҙемселәр – Башҡортостанда тыуып үҫкән яҡташтарыбыҙ менән осрашҡан һәм әйберҙәрҙе тапшырған. Тап ошо әүҙемселәр Ҡырым госпиталдәрендә ятҡан яралы егеттәр менән бәйләнеште яйға һалған, улар яҡташтарыбыҙға ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтә. Әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы составында республиканың сәнғәт эшмәкәрҙәре лә бар, уларҙың маҡсаты - яугирҙәребеҙгә әхлаҡи һәм рухи ярҙам күрһәтеү.
Севастополь ҡалаһында йәшәүсе Әлиә Әхмәтова түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
- Тыумышым менән Ҡыйғы районынан, 2019 йылда ғаиләбеҙ менән Севастополгә күсеп килдек, ике бала тәрбиәләйбеҙ. Беҙгә бындағы климат, кешеләр, ҡала ла бик оҡшай. Яҡташтарыбыҙ ҙа күп: улар араһында беҙҙең кеүек даими йәшәгәндәр ҙә бар, ә кемдер йәйге миҙгелгә килә. Махсус хәрби операция башланғас, Севастополдә хәрби госпиталдәр эшләй башланы, унда хәрби хәрәкәттәр зонаһынан яраланғандарҙы вертолеттарҙа килтерәләр. Ғәҙәттә, яугирҙәр бында хәле тотороҡланғандан һуң дауаланыу өсөн башҡа госпиталдәргә оҙатыла. Аңлап тораһығыҙ: егеттәр бында яу яланынан эләгә, улар иң ябай шәхси әйберҙәргә лә мохтаж. Был хаҡта беҙгә сентябрҙә таныштарыбыҙ аша Севастополь госпиталенә эләккән Шайморатов исемендәге батальон яугирҙәре хәбәр итте. Яҡташтарыбыҙҙың үтенесенә битараф ҡала алманыҡ һәм тиҙ генә аҡса йыйыуҙы, тәүге кәрәк-яраҡ тауарҙарын һатып алыуҙы ойошторҙоҡ.
Бындай ярҙамды даими күрһәтәбеҙ, сөнки ихтыяж бар. Йәмәғәт әүҙемселәренә мөрәжәғәт иттек, мәғлүмәтте төрлө төркөмдәргә һәм чаттарға, шул иҫәптән Башҡортостанға ла ебәрҙек. Яҡташтарыма рәхмәт, беҙҙең үтенескә берәү ҙә битараф ҡалманы. Был ваҡыт эсендә беҙ егерменән ашыу Башҡортостан яугиренә – Нефтекаманан, Малаяҙҙан, Бөрөнән, Салауат, Саҡмағош, Федоровка һәм башҡа райондарҙан булған егеттәрҙе, Шайморатов, Доставалов батальоны яугирҙәрен, контракт буйынса хеҙмәт иткәндәрҙе һәм үҙ ирке менән яуға киткәндәрҙе эске кейем, рюкзактар, аяҡ кейеме, курткалар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин иттек. Ваҡыт уҙыу менән егетттәр беҙҙең бәйләнештәрҙе хеҙмәттәштәренә бирә башланы. Ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары бик күп кәрәкле әйберҙәр алып килде, шулай уҡ юлда – тағы ла бер машина йөк. Башҡортостандан килгән күстәнәстәрҙе һәм әйберҙәрҙе алыу яугирҙәребеҙгә икеләтә ҡыуаныс килтерер, тип уйлайым, – тине Әлиә Әхмәтова.
Мәғлүм булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Йөрәк йылыһы» акцияһы барышында йыйған йөктөң бер өлөшө Севастополь ҡалаһындағы Н.И. Пирогов исемендәге Хәрби-диңгеҙ ҡыҙыл байраҡ госпиталенә тапшырыласаҡ. Яугирҙәребеҙгә ярҙамды Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Әбйәлил, Тәтешле, Дүртөйлө, Яңауыл һәм Башҡортостандың башҡа райондары әүҙемселәре йыйҙы. Уларға йөн ойоҡбаштар, термокейем, бирсәткәләр, бейәләйҙәр һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр ебәрҙеләр. Шулай уҡ Башҡортостандан йүнәлтелгән гуманитар йөктә курткалар, рюкзактар, «Медтехника» компанияһынан тәүге кәрәк-яраҡ тауарҙары һалынған пакеттар, сәй һәм печенье ҡаптары бар.
Фото һәм видео: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.