Геройҙар дәүере
18 Октябрь 2022, 17:00

Наил менән Сәлиәгә бәхет теләйбеҙ!

Әбйәлил районы йәштәре Ҡазан ЗАГС-ында законлы никахҡа инде.

Наил менән Сәлиәгә бәхет теләйбеҙ!Наил менән Сәлиәгә бәхет теләйбеҙ!
Наил менән Сәлиәгә бәхет теләйбеҙ!

Билдәле булыуынса, илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндән алып ҡала һәм райондарҙа хәрби комиссариаттар ғына түгел, Граждандар хәле акттарын теркәү бүлектәре лә көсөргәнешле шарттарҙа эшләй.

Мобилизацияға эләккән буласаҡ кейәү менән уның кәләше өйләнешергә теләп ғариза яҙған көндә үк никахтары рәсмиләштерелергә тейеш. Ошо көндәрҙә Сибай концерт-театр берекмәһенең йәш балет артисы, Әбйәлил районының Асҡар ауылы егете Наил Заһир улы Шәмсетдинов һәм Тал Ҡусҡары ҡыҙы Сәлиә Илнур ҡыҙы Дәүләтбаева Ҡазандағы ЗАГС-та мөнәсәбәттәрен законлаштырҙы. Йәш ғаилә никахын тыуған яҡтарында - Әбйәлил районында үткәргән булған.

Бейеүсе кейәүгә һәм йәш кәләшкә именлек, ғаилә бәхете теләйбеҙ!

Фото: Сибай концерт-театр берекмәһе сайты.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас