

Республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан өлөшләтә мобилизацияланған ир-егеттәргә аҙна һайын тиерлек тыуған яҡтарынан ҡайнар сәләмдәр менән бергә кәрәк-яраҡ, йылы кейемдәр, шулай уҡ үҙҙәре һораған әйберҙәр оҙатыла.
Был юлы Сибай ҡалаһынан бер төркөм етәкселәр Ҡазан ҡалаһындағы егеттәр янына барып ҡайтҡан. Был хаҡта үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә БДУ-ның Сибай институты директоры Илдар Хәмитов хәбәр итә.
"Сибай ҡалаһы хакимиәте, депутаттар советы ярҙамында Ҡазанға мобилизацияланған яҡташтар янына барып ҡайттыҡ. Уларға яҡындары, туғандары, ҡалалаштар, БДУ-ның Сибай институты хеҙмәткәрҙәре һәм студенттары ебәргән посылкаларҙы тапшырҙыҡ", - тип яҙған Илдар Хәмитов.
Мобилизацияланған һалдаттарҙың тиҙерәк тыуған яҡтарына, һөйгән йәрҙәре, балалары, ата-әсәләре һәм туғандары янына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Фото: Илдар Хәмитовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.