Геройҙар дәүере
19 Октябрь 2022, 04:00

Украинанан бесәй менән ҡайтҡан

Өфөнән Айрат Хажиев үҙенең хәрби дуҫы Донбассты ҡалдырмаған.

Украинанан бесәй менән ҡайтҡанУкраинанан бесәй менән ҡайтҡан
Украинанан бесәй менән ҡайтҡан

Өфө ҡалаһынан Айрат Хажиев хеҙмәттәштәре менән бергә Украинаның сик буйына командировкаға ебәрелә. Шунда яҡташтарыбыҙ йәшәгән ялан лагерына ҡара төҫтәге бесәй эйәләшә. Ирҙәр уны үҙҙәренең талисманы итеп ҡабул итә һәм йән эйәһенә Донбасс ҡушаматы бирә.

Донбасс шунда уҡ барыһының да яратҡан хәрби дуҫына әйләнгән. Ул лагерь теҙмәһе буйынса йәшәгән. «Усаҡ яғып аш бешереүҙә ярҙам иткән, палаткаларҙа сысҡан тотҡан, хәрбиҙәр менән бергә тапшырылған участканы ҡарап сыҡҡан. Бер нисә тапҡыр ошондай дозор "дүрт аяҡлы" дуҫтары өсөн саҡ фажиғәле тамамланмаған.

«Ирем тәүге көндәрҙән үк беҙгә бесәйҙең видеоһын ебәрҙе. Беҙ уға "Эштәрең нисек?" ти яҙғанда, ул: "Бесәйҙе йоҡлатам, бесәйҙе ашатам", - ти торғайны", - тип көлә  Айраттың ҡатыны Луиза Хажиева.

«Ул бер нисә тапҡыр күперҙән ҡолап төшкән, ләкин нисектер сығып өлгөргән. Әлбиттә, йығылғандан һуң бөтәһе лә уның өсөн бик борсолдо, уны ҡараны», - тип һөйләй иренең һүҙҙәренән ҡатыны Луиза.

40 көнлөк командировканан һуң, Айрат Хажиев бесәйҙе үҙе менән алып ҡайтырға була. Хәрби дуҫты нисек сит тарафта ҡалдыраһың?  

Өфөлә лә бесәйҙе бөтә ғаилә көтөп ала. Донбасс әлеге ваҡытта балалар менән дуҫлашып, тулы хоҡуҡлы ғаилә ағзаһы булған. Пуфик ҡушаматлы эт менән дә дуҫлашҡан. Яңы йылдан һуң Айрат йәнә командировкаға юлланасаҡ. Ә Донбасс уны өйҙә көтәсәк.

Фото: "Башинформ".

Украинанан бесәй менән ҡайтҡан
Украинанан бесәй менән ҡайтҡан
Украинанан бесәй менән ҡайтҡан
Автор:Карима Усманова
Читайте нас