

Кисә Баймаҡ районынан бер төркөм ир-егет Ватанды һаҡлауға юлланды. Был хаҡта урындағы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев хәбәр итә.
"Баймаҡтан бер төркөм ир-егет Пенза ҡалаһына хәрби әҙерлек үтергә юлланды. Уларҙы оҙатырға туғандары, яҡындары килде. Барыһы ла буласаҡ яугирҙәрҙең тиҙерәк өйгә ҡайтыуына өмөтләнә.
Һеҙ - ысын Геройҙар! Һәр берегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, батырлыҡ һәм ихтыяр көсө теләйем. Беҙ һеҙгә ышанабыҙ! Барыһы ла килеп сығасаҡ! Беҙҙең яугирҙәр кәрәкле бар нәмә менән тәьмин ителәсәк. Мобилизацияланғандарҙың ҡатындарына, балаларына һәм ата-әсәләренә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ", - тип яҙған "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә Фәнис Ғәбдрәшит улы.
Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.