

Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үҙенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә Сибай концерт-театр берекмәһе, Сибай сәнғәт колледжы һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театрынан мобилизацияланған егеттәр янына барып, гуманитар ярҙам тапшырып ҡайтыуын белдерҙе.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, өлөшләтә мобилизацияның тәүге көндәрендә үк Сибай концерт-театр берекмәһе, Сибай сәнғәт колледжы һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры артистары Ҡазан ҡалаһына хәрби әҙерлек үтергә юлланды. Тап улар башҡарған "Шайморатов йыры" патриотик йыры бар донъяны урап сыҡты.
Сибай артистарының тиҙерәк үҙ сәхнәләренә ҡайтыуын теләйбеҙ!
Фото һәм видео: Әминә Шафиҡованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.