

Кемдең кемлеге ауыр ваҡытта беленә. Илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, егеттәребеҙ бурыстарын үтәр өсөн бер һүҙһеҙ хәрби әҙерлек үтеү урындарына юлланды һәм әлеге ваҡытта унда шөғөлләнәләр. Ә тороп ҡалғандар уларға ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Кем нисек булдыра, шундай ярҙам ойоштора башланы.
Бындай саҡта эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалманы. Улар тәүге көндәрҙән алып әүҙемләште, аҡсалата һәм әйберләтә егеттәребеҙгә булышлыҡ итә. Ярҙам мобилизацияға эләккәндәргә генә түгел, уларҙың бында ҡалған ғаилә ағзаларына ла күрһәтелә. Эйе, изгелек ҡылырға теләк белдереүселәр күп, уларҙы берләштереү талап ителә. Шуға күрә йүнселдәрҙе ойоштороу өсөн Башҡортостан Эшҡыуарҙары ирекмәндәр штабы әүҙемләшкән.
Бөгөн Өфөнөң эшҡыуарҙар берләшмәһе Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондары йүнселдәре һәм Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты менән берлектә мобилизацияланғандар өсөн гуманитар конвой ебәреүҙе ойошторҙо.
Башҡортостан эшҡыуарҙары ирекмәндәр штабы етәксеһе, Өфө Эшҡыуарҙары союзы рәйестәше Тимерғәле Ураҙғолов һөйләүенсә, был беҙҙең хәрбиҙәр өсөн беренсе конвой түгел.
– Был беҙҙең тәүге йөк түгел. Ошоға тиклем Татарстанға – өс тапҡыр, Һарытау өлкәһенә бер мәртәбә барҙыҡ. Ундағы егеттәргә әйберҙәрҙе шәхсән ҡулдарына тапшырабыҙ һәм туғандарынан сәләмдәр еткерәбеҙ, – тине йәш эшҡыуар Тимерғәле Рәлис улы. – Мин Ҡырмыҫҡалы районында күп балалы ғаиләлә үҫтем. Атайым һәр ваҡыт беҙҙе мөмкин булғанса кешеләргә ярҙам итергә кәрәк тип өйрәтте. Беҙ һәр ваҡыт мохтаждарға – күп балалыларға, янғындан зыян күргәндәргә, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға булышлыҡ ҡылырға тырыштыҡ. Пандемия ваҡытында Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарына ярҙам иттек.
Тимерғәле ойоштороусы булараҡ йүгереп йөрөй. Үҙе ҡаптарҙы барлай, машинаға тейәй. Ҡазанға ла һәр саҡ шәхсән үҙе бара икән.
– Йыйылған әйберҙәр исемлеге ҙур. Битараф булмаған кешеләр ярҙамы арҡаһында күп нәмә йыйҙыҡ. Иң мөһиме - 300 кешегә спальник алдыҡ. Бынан тыш, зарядка ҡоролмалары, пауэрбанктар, рациялар, йылы әйберҙәр, олтораҡтар, ойоҡбаштар һәм башҡа күп әйберҙәр бар. Уларҙың барыһы ла егеттәргә кәрәк, – тине эшҡыуар егет.
Өфө ҡалаһы эшҡыуарҙары союзы советы рәйесе Инга Мусина әйтеүенсә, ирекмәндәр штабы союз янында булдырылған. Йүнселдәр әүҙем ярҙам итә, бөгөнгә миллион һумдан ашыу аҡса йыйғандар. Был суммаға бөтә кәрәкле әйбер алынған. Составта 20-нән ашыу кеше бар. Сайттары, социаль селтәрҙәрҙә төркөмдәре эшләй, унда һәр теләгән кеше инә, кәрәкле мәғлүмәт таба ала.
Бина эсендәге ҡаптарҙа иһә балалар әйберҙәре күренеп ҡалды. Инга Мусина әйтеүенсә, улар мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә һәм балаларына ебәреләсәк. Асыҡланыуынса, уларҙа ла төрлө кәрәк-яраҡҡа ихтыяж бар һәм был һорауҙар ҙа ваҡытында ҡәнәғәтләндерелә.
Эшҡыуарҙар, ирекмәндәр әйтеүенсә, был эш артабан да дауам итәсәк. Һәр теләге булған кеше уларға ҡушыла һәм ярҙамға өлөшөн индерә ала.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.