

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, өлөшләтә мобилизацияның тәүге көндәрендә үк Сибай концерт-театр берекмәһе, Сибай сәнғәт колледжы һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры артистары Ҡазан ҡалаһына хәрби әҙерлек үтергә юлланды. Тап улар башҡарған "Шайморатов йыры" патриотик йыры бар донъяны урап сыҡты.
Улар араһында Сибай концерт-театр берекмәһе йырсыһы, "Башҡорт йыры" телевизион йыр конкурсы еңеүсеһе Әлфир Заманов та бар. Ошо көндәрҙә уның янына кәләше Зинира барып ҡайтҡан.
"Барҙым Әлфиремә, бер тәүлеккә сыҡты, курештек. Әле ҡайтырға сыҡтым. Әлфирем иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын", - ти Зинира Заманова.
Әйткәндәй, Зинира һәм Әлфирҙең танышыуҙары һәм ҡауышыуҙары баштан уҡ төрлө ҡаршылыҡтарға осрай. Йәштәр бер йыл йәшәп тә өлгөрмәй айырылыша, ҡабат йәнә ҡауыша. Замановтарҙың мөхәббәт тарихын һәм йырсының хәләл ефете уны нисек һағынып көтөүе хаҡында тиҙҙән гәзит биттәрендә танышырһығыҙ.
Фото: Зинира Заманованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.