Геройҙар дәүере
22 Октябрь 2022, 09:00

Һалдаттарға үҙ машинаһын бүләк иткән

Уның менән тауға ла, урманға ла йөрөргә мөмкин. Ул 40 сантиметр ҡалынлыҡтағы көрттән еңел үтә ала, юлһыҙ ерҙән дә елдерә...

Һалдаттарға үҙ машинаһын бүләк иткәнҺалдаттарға үҙ машинаһын бүләк иткән
Һалдаттарға үҙ машинаһын бүләк иткән

Был хаҡта Межгорье ҡалаһы мэры Вячеслав Калугин үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә яҙған.

"Эшҡыуар Сергей Люлин үҙенең УАЗ фургонын ("Буханка") гуманитар ярҙам менән бергә Донбассҡа Доставалов исемендәге Башҡортостан батальонына ебәрергә ҡарар итте. Ул ылау менән һалдаттар янына ебәрелә. Әлеге ваҡытта батальон хәрбиҙәре махсус хәрби операцияла үҙ бурысын үтәй.

Был УАЗ заманса автомобилдәргә ҡарағанда ла көслөрәк. Кем әйтмешләй, уның менән тауға ла, урманға ла йөрөргә мөмкин. Ул 40 сантиметр ҡалынлыҡтағы көрттән еңел үтә ала, юлһыҙ ерҙә елдәй елдерә. Беҙҙең егеттәргә кәрәге тейер!" – тип яҙған Башҡортостандың иң ябыҡ ҡалаһы башлығы.

Бар бит шундай егеттәр! Эшҡыуар Сергей Люлинға "Афарин!" тиергә генә ҡала.

Фото һәм текст сығанағы: Вячеслав Калугиндың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас