

Өлөшләтә мобилизацияға эләккән Сибай һәм Баймаҡ ҡалалары, Баймаҡ һәм Йылайыр районы ир-егеттәре Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлек үтеүе, уларға аҙна һайын тыуған яҡтарынан етәкселәрҙең барып хәл белеүе, һалдаттарға яҡындарынан ҡайнар сәләмдәр, йылы хаттар алып барыуы, кәрәк-яраҡ, йылы әйберҙәр килтереүе хаҡында даими рәүештә яҡтыртып барабыҙ.
Тиҙҙән ир-егеттәр хәрби операция барған урындарға оҙатыласаҡ. Кисә Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев һәм Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов Ҡазан ҡалаһына барып, хәрби әҙерлек үткән яҡташтарыбыҙҙың хәлен белеште. Һәм һәр береһе үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә яҙыуҙар ҡалдырҙы. Сибай ҡалаһы башлығы бына нимәләр яҙған.
"Киске ашҡа өлгөрҙөк, бик тәмле ашаталар. Әммә өйҙән алып килгән аҙыҡ-түлек яҡшыраҡ! Посылкаларҙан тыш, егеттәр һораған бензин генераторҙарын, тубыҡ һаҡлағыстарын һәм ҡатын-ҡыҙҙар бәйләгән йылы ойоҡбаштарҙы тапшырҙыҡ. Яҡташтарымдың үтенестәрен ҡабул иттем, үтәргә тырышырбыҙ!
Көн һайын яугирҙәр хәрби күнекмәләр үтә, хәрби хеҙмәт оҫталығы туплай, кәрәкле белем ала. Сәфәр аҙағында шуны әйткем килә: беҙҙең егеттәр рухи яҡтан ныҡ, ҡулдарында ҡоралды ышаныслы тоторға, заданиеларҙы үтәргә әҙер!" - тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Азамат Мырҙағәле улы.
Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев: "Көн һайын яугирҙәргә минутлап атырға тура килә, яу яланында хәрәкәт итеү күнекмәләрен камиллаштыралар һәм дошмандың бронеобъекттары менән көрәшергә өйрәнәләр, хәрби-медицина әҙерлеге нигеҙҙәрен хәтергә төшөрәләр. Нисек дөрөҫ жгут һалырға, укол яһарға өйрәнәләр. Күнекмәләр тәжрибәле офицерҙар етәкселегендә уҙғарыла. Егеттәр, бөтә Баймаҡ районы һеҙҙең менән ғорурлана, һеҙгә ышана һәм һеҙҙең өйгә ҡайтыуығыҙҙы көтә!" - тип яҙған.
Имен-һау ҡайтырға яҙһын, аҫыл ир-егеттәребеҙ!
Фотолар һәм текст сығанағы: Фәнис Әминев һәм Азамат Юлдашбаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.