

Беҙҙең егеттәребеҙ Украинала барған махсус хәрби операция барышында даими рәүештә батырлыҡ күрһәтеп тора. Сираттағы ошондай осраҡ тураһында Салауат районының “На земле Салавата” баҫмаһы хәбәр итә. Малаяҙ ауылында тыуып үҫкән 37 йәшлек Салауат У. Жуков миҙалына тәҡдим ителгән.
Дошмандарҙың уты аҫтында Салауат командование менән бәйләнеште тергеҙеүгә өлгәшкән.
Райондарҙың береһендә снаряд шартлап, һаҡланған видео-конференц-элемтәнең күп функциялы комплекты эштән сыға. Башҡортостандың прапорщигы танк экипажы составында дүрт сәғәт дауамында ҡорамалдарҙы тергеҙә, ватылған мәғлүмәт һәм туҡландырыу кабелдәрен, спутник станцияһының боҙолған корпусын һәм комплекттан туҡланыу блогын ремонтлаған. Уның тәүәккәл эш итеүе дивизия командиры менән тотороҡло һәм яҡланған бәйләнеш булдырырға ярҙам итә. Шунлыҡтан штурм отрядтары Донбасс районында урамдарҙы һәм биналарҙы дошман көсөнән таҙартҡан саҡта личный составты һәм техниканы ҙур юғалтыуҙарҙан ҡотҡарған.
Афарин, батыр егет!
Фото: "На земле Салавата"