Геройҙар дәүере
27 Октябрь 2022, 12:05

Кәләштәр һалдаттарын көтә...

Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация башланғандан алып 80 пар никахын законлаштырған.

Кәләштәр һалдаттарын көтә...Кәләштәр һалдаттарын көтә...
Кәләштәр һалдаттарын көтә...

Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов яҙып сыҡты.

"Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ - мәңгелек ҡиммәттәр. Ауыр ваҡыттар булыуға ҡарамаҫтан, кешеләр ғаилә ҡороуын дауам итә. Хәрби хеҙмәткә өлөшләтә мобилизациялау барышында саҡырылған яугирҙәребеҙ быны хәҙер эшләргә ҡарар итте.

Республика уларға был йәһәттән дә ярҙам итә, әлбиттә. Мобилизацияланғандар һәм ирекмән хәрбиҙәр менән никахҡа инеү мәсьәләләрен тиҙ арала хәл итеү өсөн беҙ Татарстандың ЗАГС органдары, Пенза, Свердловск һәм Һарытау өлкәләре вәкилдәре менән үҙ-ара эш итеүҙе яйға һалғанбыҙ.

Урындағы ЗАГС бүлектәрендә никах теркәү өсөн кәрәкле документтарҙы тикшергәндән һәм консультация алғандан һуң, кәләштәр муниципалитет хакимиәттәре булышлығында мобилизацияланғандар оҙатылған урындарға бара. Никах ғариза биргән көндә ошо төбәктәрҙең ЗАГС бүлектәре хеҙмәткәрҙәре тарафынан теркәлә.

Бөгөнгә 80 пар рәсми рәүештә ғаилә ҡорған. Әйҙәгеҙ, уларға оҙон, бәхетле ғаилә тормошо теләйек!" - тигән ул.

Фото vk.com/ireksagitov?w=wall621918239_828%2Fall

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас