

Беҙҙең егеттәребеҙ Украинала махсус хәрби операция башланыу менән батырлыҡ күрһәтә. Сираттағы ошондай осраҡ тураһында бәйән итмәксебеҙ.
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон подразделениеларының береһе дошмандың миномет уты аҫтына эләгә. Атыш ваҡытында взвод бүлексәһе командиры “Мамад” яралана. Ул аяғындағы ярсыҡты алып ташлаған һәм үҙенә тәүге ярҙам күрһәткән, һуңынан ғына табиптарға мөрәжәғәт иткән.
Яугирҙе госпиталгә оҙаталар, унда табиптар уның яраһын тегә һәм артабанғы реабилитациялау өсөн өйөнә ҡайтырға кәңәш бирә. Ләкин ҡыйыу “шайморатовсы” Башҡортостанға ҡайтыуҙан баш тарта, юл ыңғай барған машина менән үҙенең бүлексәһенә килә, тип хәбәр ителә Башҡортостан батальондарының Телеграм-каналында.
Фото: "Башинформ".