Геройҙар дәүере
28 Октябрь 2022, 09:00

Фәндәлис олатайҙан - һалдаттарға бал

Пенсионер Фәндәлис Суфияров һалдаттарға 35 килограмм бал оҙатҡан

Фәндәлис олатайҙан -  һалдаттарға балФәндәлис олатайҙан -  һалдаттарға бал
Фәндәлис олатайҙан - һалдаттарға бал

Ағиҙел ҡалаһында йәшәгән Фәндәлис Суфияров үҙенең умартаһынан йыйып алған татлы һәм шифалы балды әле хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға бүләк итеп  ебәргән. 35 килограмм бал яҡын арала ирекмәндәр штабы ярҙамында оҙатыласаҡ.

Фәндәлис Суфияров күптән умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Үҙе Ағиҙел ҡалаһында йәшәһә лә, Борай районында йыл һайын умарталарын ултыртып, уларҙы ҡарай. Ҡортсо әйтеүенсә, һыуыҡтар башланыуға уның шифалы балы һалдаттарға бик урынлы буласаҡ. "Тыуған яҡтарының ҡайнар сәләме лә, шифалы балы ла - һалдаттар өсөн бөгөн иң ҙур терәктәрҙең береһе", - ти ул.

Фото: Ирекле сығанаҡтан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас