

Башҡортостанда яңы халыҡ батальоны ойошторолғаны хаҡында 30 сентябрҙә хәрби хәрәкәттәр ветерандарының видеомөрәжәғәтенән билдәле булды.
"Йәш егеттәр илебеҙҙе һаҡлағанда, өйҙә ултыра алмайбыҙ. Беҙҙең тәжрибә йәш яугирҙәргә, улдарыбыҙға, туғандарыбыҙға бик кәрәк! Уларға еңергә ярҙам итербеҙ!" - тине батальонды ойоштороу инициаторы, отставкалағы полковник Артур Йомағужин. Бүлексәне Салауат Юлаев хөрмәтенә атарға ҡарар иттеләр.
Салауат Юлаев исемендәге батальонға “ҡыҙыу нөктә”ләрҙе үткән һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандар яҙылырға саҡырылды. Тәүге ике көндә Башҡортостандан, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙән 300-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, һөҙөмтәлә әле 700-ҙән ашыу ғариза йыйылған.
Стәрлетамаҡта, Ишембайҙа, Сибайҙа, Сермәндә, Иҫке Собханғолда, Малаяҙҙа батальондың пункттары ла асылды.
Был аҙнала Радий Хәбиров республиканың өсөнсө доброволецтар батальонына һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәген әйтте.
"Һүҙебеҙҙе тотабыҙ һәм Башҡортостандың өсөнсө батальонына һәр яҡлап ярҙам итергә бурыслыбыҙ – был беҙҙең өсөн оло хөрмәт. Техника, кейем-һалым, барлыҡ кәрәкле нәмә менән тәьмин итәсәкбеҙ, һәм был формалашыу этабында ғына түгел, киләсәктә лә буласаҡ. Уларға М. Шайморатов, А. Доставалов исемендәге батальондар ағзаларына түләнгән аҡса биреләсәк, ә ғаилә ағзаларына махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә күрелгән ярҙам саралары ҡағыласаҡ.
Беҙ был егеттәр өсөн уларҙың туғандары, яҡындары, шулай уҡ бар республика алдында яуап бирәбеҙ – хәрби бурысын үтәгән башҡа яҡташтарыбыҙға кеүек үк”, – тине Радий Хәбиров.
Яҡын көндәрҙә батальон хәрби әҙерлек урынына юлланасаҡ, унан Рәсәй гвардияһы составында махсус операция биләмәһенә ебәреләсәк.
Фото: "Башинформ".