

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яугирҙәрҙе һуңғы юлға оҙатыуға бәйле яҙмаһы менән уртаҡлашты.
"Ҡалабыҙ өсөн ҡайғылы көн. Ике яҡташыбыҙ – Рөстәм Усман улы Разаков һәм Валентин Викторович Волочаев менән бәхилләштек. Улар А. Доставалов исемендәге батальондың рядовойҙары ине. Ватандаштарыбыҙҙы неонацизмдан һаҡлап һәләк булдылар. Тыуған илебеҙ өҫтөндә тыныс күк йөҙө булһын өсөн ғәзиз ғүмерҙәрен бирҙеләр.
Ысын ир-егеттәр, лайыҡлы улдар тәрбиәләгән ата-әсәләренә тағы ла бер мәртәбә рәхмәт әйтәм. Һалдаттарҙың ғаиләләре, балалары ҡалды, улар атайҙарының батырлығы менән мәңге ғорурланасаҡ. Беҙ һәр ваҡыт яндарында буласаҡбыҙ, ярҙам итәсәкбеҙ.
Рөстәм һәм Валентин беҙҙең хәтерҙә мәңге һаҡланыр!" - тип яҙҙы Рөстәм Ғәзизов.
Фото: Рөстәм Ғәзизовтың сәхифәһе.