Геройҙар дәүере
31 Октябрь 2022, 09:00

Егеттәргә Хөкүмәт ярҙам итәсәк

Радий Хәбиров республиканың төп бурысы – махсус хәрби операцияға юлланған доброволецтарға булышлыҡ итеү, тине

Егеттәргә Хөкүмәт ярҙам итәсәкЕгеттәргә Хөкүмәт ярҙам итәсәк
Егеттәргә Хөкүмәт ярҙам итәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк Хөкүмәтенә Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө башҡорт ирекле батальонын ойоштороуҙа ярҙам итергә ҡушты. Ошондай йөкләмә бөгөн Хөкүмәттә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәлә бирелде.

– Беҙгә хәрби тәжрибәһе булған Росгвардия ветерандары мөрәжәғәт итте. Улар үҙҙәре лә бик тығыҙ эшләгән, доброволецтар булып яҙылырға теләгән бер нисә йөҙ кешене йыйған һәм минән был башланғыста ярҙам күрһәтеүемде һораны. Беҙ бындай ҡарар ҡабул иттек һәм өсөнсө ирекле батальон ойошторабыҙ. Ул Салауат Юлаев исемен йөрөтәсәк, был – доброволецтарҙың башланғысы. Көслө хәрби батальон буласаҡ. Рәсәй гвардияһы менән тейешле һөйләшеүҙәр һәм консультацияларҙы шәхсән үҙем үткәрҙем, улар беҙҙең ярҙамды ҙур дәрт менән ҡабул итте, бергәләп эшләрбеҙ, – тине республика Башлығы.

Радий Хәбиров республиканың төп бурысы – махсус хәрби операцияға юлланған доброволецтарға булышлыҡ итеү, тине.

– Беҙ кешеләрҙе махсус хәрби операцияға оҙатабыҙ. Уларға Шайморатов исемендәге һәм Доставалов исемендәге батальондарҙа ҡатнашыусыларға кеүек үк түләүҙәр һәм ярҙам ҡаралған, ә уларҙың ғаилә ағзаларына мобилизацияланғандарға күрһәткән ярҙам саралары ҡағыла, – тине республика етәксеһе һәм Финанс министрлығына ошо мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас