

Бөгөн Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил БЛАЖЕВИЧ журналистар өсөн матбуғат конференцияһы үткәрҙе.
Осрашыуҙың маҡсаты – хәрби хеҙмәткә быйылғы көҙгө саҡырылыш буйынса мәғлүмәт биреү. Михаил Александрович аңлатыуынса, быйыл Башҡортостандан хәрби хеҙмәт урындарына дүрт меңдән ашыу призывник оҙатыласаҡ. Улар Ҡораллы көстәрҙең бөтә төрҙәренә йүнәлтелә.
“Башта уҡ шуны билдәләйһем килә: башланып торған саҡырылыш саралары махсус хәрби операция менән бер нисек тә бәйләнмәгән. Ул, элекке кеүек үк, Рәсәй Федерацияһы закондары менән билдәләнгән тәртиптә башҡарыла. Бер генә үҙгәреш бар: былтыр хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш 1 октябрҙа башланһа, быйыл ул 1 ноябрға күсерелде, сәбәбе – хәрби комиссариаттарҙың өлөшләтә мобилизация буйынса эш күләменең ҙур булыуы”, – тип аңлатты Михаил Блажевич.
Граждандарға хәрби комиссариатҡа килеү зарурлығы тураһында хәбәр итеү комиссариат вәкилдәренең повестканы шәхси ҡулдарға тапшырыуы, йә булмаһа, эшләгән йәки уҡыған урынында башҡа вазифалы кешеләрҙең тапшырыуы юлы менән башҡарыла. “Шул уҡ ваҡытта хәрби комиссариаттан хәрби иҫәп мәғлүмәттәрен аныҡлау маҡсатында телефондан шылтыратыуҙары ла мөмкин, ләкин бының өсөн программалы тәьминәт файҙаланылмай, был шылтыратыуҙың “тере тауыш” булыуы мотлаҡ. Ҡайҙан кем шылтыратыуына шикләнә ҡалғанда, призывникка йәки уның ата-әсәһенә хәрби комиссариатҡа шылтыратып йәки шәхсән барып тикшерергә лә була”, – тине хәрби комиссар.
Хәрби комиссар матбуғат конференцияһына килгән журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
– Көҙгө саҡырылыш буйынса алынғандар махсус хәрби операцияға ебәрелмәй, тип, уларҙың ата-әсәләренә 100 процент ышаныс менән әйтә алабыҙмы?
– Мәскәүҙә ошо тема буйынса үткәрелгән брифингта: “Юҡ, ебәрелмәйәсәк” тип әйттеләр. Етәкселәремдең һүҙенә ышанмаҫҡа бер нигеҙем дә юҡ. Махсус хәрби операция ихтыяжы өсөн өлөшләтә мобилизация үткәрелде бит, – тине хәрби комиссар.
– Призыв буйынса алынғандарҙың хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтыуҙары мөмкинме?
– Теоретик яҡтан ҡарағанда, мөмкин. Әммә был турала һөйләшеүҙең һәм тәҡдимдәрҙең булғаны юҡ.
– Ғилми роталар туплау әле лә ғәмәлгә ашырыламы?
– Эйе, улар 2013 йылда ойошторола башланы һәм әле лә бар. Унда моделдәр төҙөй, программалар эшләй, проектлай белгәндәр алына.
Хәрби хеҙмәткә саҡырылыш буйынса “ҡайнар линия” ла эшләй: 8(495)498-96-96, 498-96-97, 498-96-98 телефондарына шишәмбе һәм кесе йома көндәрендә сәғәт 10-дан сәғәт 12-гә тиклем (Мәскәү ваҡыты менән) шылтыратырға мөмкин. Көҙгө саҡырылыш 2022 йылдың 1 ноябренән 31 декабренә саҡлы барасаҡ. Призыв пункттарынан егеттәр 10 ноябрҙа оҙатыла башлаясаҡ. Бер үк ваҡытта былтыр көҙ призыв буйынса хәрби хеҙмәткә алынғандар ҡайтарыла башланы.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов та бөгөн социаль селтәрҙә көҙгө саҡырылышҡа ҡарата фекерҙәрен белдерҙе: “Башҡортостан хәрби хеҙмәткә саҡырылыш кампанияларын һәр саҡ юғары кимәлдә үткәрҙе. Әҙерлек быйыл да юғары һәм уны тейешле кимәлдә ойошторасағыбыҙға ышанам”, – тип яҙҙы ул.
Фото: “Башинформ”.