

"Каникул башланғас 4 баламды атай-әсәйемә ҡалдырып 11 ай махсус хәрби операцияла булған иптәшем янына килдем," – тип яҙа ул үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.
Әле улар Белгородта, 4 октябрь ҡайтырға сыға.
– Тормош иптәшем Айнур – хәрби кеше. Хеҙмәт итеүенә 18 йыл. Чечнялағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашты, ике тапҡыр Сүриәгә барып ҡайтты. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән ҡатнаша. Тәүҙә үҙе ҡайтыр тип көн дә көттөк. Өлөшләтә мобилизация башланғас, тиҙ генә ҡайтармаҫтары билдәле ине, көҙгө каникул башланғас та билет алып, юлға сыҡтым. Аллаға шөкөр, осраштыҡ, дүрт көнгә сығарҙылар, ти ул.
Альбинаны күптәр һәүәҫкәр йырсы булараҡ белә, уның иренә арнап ижад иткән йырҙары ла бар.
– Иремә арнап ижад иткән өс йырым бар. Һөйөклөмә улар көс бирәлер. Уның тиҙерәк өйгә ҡайтыуын көтәбеҙ, һағынабыҙ. Ике йылдан пенсияға сығам да эштән китәм тигән ине лә, ошо операция булғас, хәҙер булмай бер нисек тә. Иҫән-һау булһындар инде, – ти Альбина Муллағолова.
Беҙ Альбинаның был ҡыйыу аҙымына һоҡланабыҙ һәм иренең тиҙерәк тыуған яҡына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!
Фото һәм видео: Альбина Муллағолова.