Геройҙар дәүере
2 Ноябрь 2022, 03:00

Баймаҡ табибы хәрби хеҙмәткә юлланды

Офицер юғары категориялы акушер-гинеколог, ультратауыш диагностикаһы табибы булып 13 йыл эшләгән.

Баймаҡ табибы хәрби хеҙмәткә юлландыБаймаҡ табибы хәрби хеҙмәткә юлланды
Баймаҡ табибы хәрби хеҙмәткә юлланды

Ошо көндәрҙә өлөшләтә мобилизацияға эләккән Баймаҡ үҙәк дауаханаһы табибы Станислав Юрьевич Гераськинды яҡташтары хөрмәтләп хәрби хеҙмәткә оҙатты.

Офицер юғары категориялы акушер-гинеколог, ультратауыш диагностикаһы табибы булып 13 йыл эшләгән. Уның әсәһе Ольга Никофорвна ла 40 йыл ғүмерен медицина өлкәһенә бағышлаған, стоматология бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләгән.

Станислав Юрьевичҡа бурысын намыҫ менән үтәп, ҡатыны, ҡыҙы, яҡындары янына имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!

Фото: Ирекле сығанаҡтан.

Баймаҡ табибы хәрби хеҙмәткә юлланды
Баймаҡ табибы хәрби хеҙмәткә юлланды
Баймаҡ табибы хәрби хеҙмәткә юлланды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас