Өфөлә “Торатау” конгресс-холында “1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда халыҡтың хеҙмәт батырлығы” төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция бара.
Сараға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән мәртәбәле ҡунаҡтар килгән.
Конференция эшендә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Сыуаш Республикаһының мәҙәниәт, милләттәр эше һәм архив эше буйынса министры Светлана Куликова ҡатнаша.
Бөйөк Ватан һуғышында фашисты еңеүгә тылдағы халыҡ ҙур көс һала, "Бөтәһе лә фронт өсөн! " девизы аҫтында ал-ял белмәй эшләй. Фронтҡа ҡорал, танк, самолёт, аҙыҡ-түлек, кейем һәм башҡа фронт өсөн кәрәкле әйберҙәр туҡтауһыҙ оҙатыла. Ололар ҙа, балалар ҙа станок артына баҫа, баҫыуҙарға сыға... Халҡының ошо берҙәмлеге, ҡаһарманлығы, батырлығы менән илебеҙ Бөйөк Еңеүгә өлгәшкән. Шуға ла беҙ был быуындың хеҙмәт батырлығын оноторға тейеш түгелбеҙ.
Конференцияла Сыуаш Республикаһы вәкилдәре сыуаш халҡының Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө тураһында, ә беҙҙең спикерҙар Башҡортостан Республикаһы халҡының тыл батырлыҡтары тураһында йөкмәткеле докладтар менән сығыш яһаны.
Конгресс-холдың фойеһында республика халҡының тыл батырлығы тураһында һөйләгән документтар, фотолар һәм башҡа әйберҙәр ҡуйылған күргәҙмә ойошторолдо.
Автор фотолары.