

Өфөлә “Торатау” конгресс-холында “1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда халыҡтың хеҙмәт батырлығы” төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Сарала илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Шулай уҡ сара сиктәрендә Конгресс-холдың фойеһында ошо шанлы йылдарҙа тылдағы кешеләрҙең еңеүгә индергән хеҙмәтен сағылдырған күргәҙмә ойошторолдо.
Башҡортостан Республикаһы Милли архивы “Күп милләтле хеҙмәт фронты” тип аталған стенд әҙерләгән. Унда Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы документтар менән тынышырға мөмкин ине.
– Беҙҙең күргәҙмә Башҡортостан халҡының тылдағы хеҙмәте тураһында һөйләй. Бөйөк Ватан һуғыш осоронда республикабыҙҙың сәнәғәте, ауыл хужалығы нисек эшләгән, шулай уҡ эвакуацияланған предприятиеларҙы Башҡортостанда урынлаштырыу, уларҙың тиҙ генә тауар биреүенә өлгәшеүе тураһында ошо документтарҙа мәғлүмәттәр бар. Һуғыш башланғас, эвакуацияланған предприятиелар хатта асыҡ яланда станоктар ҡуйып, тауар етештергән ваҡыттар ҙа булған. Халыҡтың эштәге хеҙмәтенән тыш тағы ла нисек итеп фронтҡа ярҙам итеүе тураһында документтар етерлек. Мәҫәлән, кешеләр үҙҙәре аҡса йыйып, йылы кейем алыуҙы ойошторған, – тип күргәҙмә йөкмәткеһе менән таныштырҙы Зөлфәр Ғәбит улы.
Автор фотолары.