

Бөрйән районы хакимиәте белдереүенсә, кисә, 5 ноябрҙә, Әбделмәмбәт ауылында Украинала махсус хәрби операция ваҡытында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хәрәкәттәр ветераны, "Ҡаһарманлыҡ" ордены кавалеры, сержант Илшат Ғәлин хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үткән. Таҡтаташ ул уҡыған мәктәптең алғы яғына ҡуйылған.
Ауылдаштары, туғандары, уҡытыусылары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре, ветеран ойошмалары вәкилдәре яҡташыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштерергә һәм ысын ир-егет һәм илдең ысын патриоты тәрбиәләгән әсәгә хөрмәт белдерергә йыйығлан.
- Илшаттың яҡташ булыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Балалар, көн һайын мәктәпкә килеп, ошо мемориаль таҡтаташты ҡарағас, Илшаттың нимә эшләгәне менән үҙҙәренең уй-фекерҙәрен, ҡылыҡтарын сағыштырып ҡарар тип ышанам. Ул үҙ еренең ысын патриоты һәм улы булды бит! - тип билдәләне муниципаль район Советы рәйесе Илшат Ишбулатов.
Мемориалды асыу хоҡуғы район Советы рәйесе Илшат Ишбулатовҡа һәм геройҙың әсәһе Сәкинә Ғәлиулла ҡыҙы Ғәлинаға бирелгән. Тантанала ҡатнашыусылар бер минутлыҡ тынлыҡ менән батырҙы иҫкә алғанһәм мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалған.
Батырҙар һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә, уларҙың даны-үлемһеҙ!
Фото: Бөрйән районы хакимиәте сайтынан.