+24 °С
Ямғыр


"Һаҡмар" гәзите яҙыуынса, Украинала барған хәрби махсус операция ваҡытында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылы егете Рөстәм Әхмәт улы Дәүләтбирҙин "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән наградланған. Рөстәм Дәүләтбирҙинды ауылдаштары эште аҙағына ҡәҙәр еткереп үтәгән, етди, һүҙендә тора белгән, көслө характерлы ысын ир-егет, тип баһалай.
Намыҫлы Ватан һаҡсыһын юғары наградаһы менән ҡотлайбыҙ!
Фото һәм текст сығанағы: "Һаҡмар" гәзитенән.