Геройҙар дәүере
8 Ноябрь 2022, 02:30

Башлыҡтар Пензаға барҙы

Сибай ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев был турала үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған.

Башлыҡтар Пензаға барҙыБашлыҡтар Пензаға барҙы
Башлыҡтар Пензаға барҙы

Өлөлшләтә мобилизацияға эләгеп, әле хәрби әҙерлек үткән ир-егеттәргә тыуған яҡтарынан ҡайнар сәләмдәр, йылы әйберҙәр, посылкалар алып барылыуы дауам итә. Кисә Урал аръяғы райондары һәм Сибай ҡалаһы мэры Пензаға барған. Был хаҡта Сибай ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев үҙенең социаль селтәрҙәге "Бәйләнештә"ге сәхиәфәһендә түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған.

"Өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, әлеге мәлдә Пензала хәрби әҙерлек үткән яҡташтарҙың хәлен барып белдек. Йылайыр, Баймаҡ, Хәйбулла райондары башлыҡтары менән төбәк халҡы дөйөм көс менән йыйған гуманитар ярҙамды имен-аман алып барып тапшырҙыҡ.

Сер итеп кенә әйтәм, сибайҙарҙың кемеһелер тәмле күстәнәс алды. Ыҫланған сало еҫе менән Пензаға тиклемге юл буйы ләззәтләндем.

Урал аръяғынан мобилизацияланғандар бер нисә объектта урынлашҡан, шуға күрә посылкалар тапшырыу бер көндә барыһына ла килеп сыҡманы. Әммә ошо көндәрҙә һәр посылка үҙенең адресатын табасаҡ. Уларҙы үҙебеҙҙең яугирҙар үҙҙәре алып киләсәк.

Яҡташтарҙың йәшәү шарттары яҡшы, кәйефтәре күтәренке. Айырыуса йәштәр бында алып барылған сифатлы тактик әҙерлекте билдәләй. Туғандарына сәләмләү һүҙҙәрен еткереүҙәрен һәм сибайҙарға ярҙамдары өсөн рәхмәт белдереүҙәрен һоранылар», - тип яҙған Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев.
Текст сығанағы һәм фото: Азамат Юлдашбаев.

Башлыҡтар Пензаға барҙы
Башлыҡтар Пензаға барҙы
Башлыҡтар Пензаға барҙы
Башлыҡтар Пензаға барҙы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас