Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
8 Ноябрь 2022, 11:55

Егеттәрҙе оҙон юлға оҙаттыҡ

Беҙҙең райондарҙағы ҡатын-ҡыҙҙар советтары хәрби хәлде аңлап, ярҙам итергә тырыша.

Егеттәрҙе оҙон юлға оҙаттыҡ
Егеттәрҙе оҙон юлға оҙаттыҡ

Бөгөн иртәнсәк Өфөләге “Торатау” конгресс-холы янынан сираттағы гуманитар ярҙам Луганск Халыҡ Республикаһына юлланды. Уны Башҡортостандың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ойошторҙо.

Гуманитар йөк составында һалдаттар өсөн тәғәйенләнгән “УАЗ” автомобиле, Ҡаҙырбаҡтан 15,5 тонна эсәр һыу тейәгән машиналар ҡуҙғалды. Шулай уҡ йылы кейем, ойоҡтар, балалар кейеме, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр алып киттеләр.  

– Беҙ “Йөрәк йылыһы” акцияһын иғлан иткәйнек. Барлыҡ райондарҙан ҡатын-ҡыҙҙар советтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм башҡа ойошмалар ярҙам итте. Унда кешеләр бирсәткә, бейәләй, ойоҡбаштар бәйләп бирҙе, хаттар яҙҙы. “Һөйгәнемә хат”, “Улыма хат”, “Дуҫыма хат” акциялары ла ойошторолдо. Ул хаттарҙы һалдаттар уҡып, тыуған ерҙең йылыһын тойһон тип тырышабыҙ. Кейем, һыу, аҙыҡ-түлек кеүек барлыҡ кәрәкле әйберҙәрҙе лә алдыҡ, – тине Тимерйән Рәжәпов.

Йөктө Башҡортостан Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы советы рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Тимерйән Рәжәпов һәм Салауат районының хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы рәйесе Рөстәм Хөснуллин, ошо уҡ райондан хәрби хәрәкәттәр ветерандары Рәлиф Хөснөтдинов, Рәфил Ғилемханов оҙатып китте. Улар менән Дүртөйлө ҡалаһынан һәүәҫкәр йырсы Филүз Бөркөт тә юлға сыҡты. Филүз госпиталдәге һалдаттарға концерт күрһәтәсәк.

– Райондарҙағы ҡатын-ҡыҙҙар советтары хәрби хәлде аңлап, ярҙам итергә тырыша. Шуға ла улар ошо махсус хәрби операцияла булған кешеләргә еңеллек килтереү өсөн тырышып ярҙам итә. Беҙ мобилизацияға тиклем үк егеттәргә ойоҡтар бәйләү буйынса акция иғлан иткәйнек. Ә инде мобилизация башланғас, был сара киң ҡолас алды. Шул уҡ ваҡытта Донбасстағы балаларҙы ла онотмайбыҙ, улар ҙа ауырлыҡ кисерә: уҡыу әсбаптары, кейемдәр етешмәй. Бигерәк тә приюттарҙа, балалар йорттарында мохтаждар. Тимерйән Рәжәпов теге барғанында ундағы приютта булып, уларға кәрәкле әйберҙәр исемлеген алып ҡайтты. Беҙ уларҙың һорауы буйынса ике ҙур исемлекте теүәлләп үтәнек. Бөгөн шул әйберҙәрҙе ебәрҙек. Унда балаларға түшәк кәрәк-ярағы, аяҡ кейеме, балалар кейеме – бөтә әйберҙәр ҙә бар, – тине Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәшиҙә Солтанова.   

Ватан именлеге өсөн йән атып торған ир-егеттәребеҙ иҫән-һау йөрөп ҡайтһын, тип теләйбеҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.  

Егеттәрҙе оҙон юлға оҙаттыҡ
Егеттәрҙе оҙон юлға оҙаттыҡ
Егеттәрҙе оҙон юлға оҙаттыҡ
Егеттәрҙе оҙон юлға оҙаттыҡ
Егеттәрҙе оҙон юлға оҙаттыҡ
Егеттәрҙе оҙон юлға оҙаттыҡ
Егеттәрҙе оҙон юлға оҙаттыҡ
Егеттәрҙе оҙон юлға оҙаттыҡ
Егеттәрҙе оҙон юлға оҙаттыҡ
Егеттәрҙе оҙон юлға оҙаттыҡ
Егеттәрҙе оҙон юлға оҙаттыҡ
Егеттәрҙе оҙон юлға оҙаттыҡ
Егеттәрҙе оҙон юлға оҙаттыҡ
Егеттәрҙе оҙон юлға оҙаттыҡ
Егеттәрҙе оҙон юлға оҙаттыҡ
Егеттәрҙе оҙон юлға оҙаттыҡ
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас