

Бүздәк районы башлығы Илнур Иғдиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә өлөшләтә мобилизацияға эләккән яҡташының һөйгән ҡыҙы менән ЗАГС-ҡа инеүе хаҡында, уларҙың мөхәббәт тарихы тураһында яҙған.
"Бөгөн Түреш ауыл советы хакимиәтенән шатлыҡлы мәғлүмәт килде. Түреш ауылынан мобилизацияланған егет һөйгән ҡыҙы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн әҙерлек үткән ЗАГС-ҡа кереп, никахтарын законлаштырған.
Мобилизацияланған ирҙең ҡатыны аңлатыуынса, улар күптән таныш булған. Йәнәш эшләгәндәр, егет - "Магнит"та, ҡыҙ -магазин янындағы киоскыла. Егет йыш ҡына киоскыға аҡса алмаштырырға килгән. Шулай танышып киткәндәр. Дүрт йыл элек никахтарын теркәгәндәр, әммә, ЗАГС-ҡа инергә баҙнат итмәгәндәр. Ире өлөшләтә мобилизацияланғанға тиклем йәштәрҙең икеһе лә Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә эшләгән. Уға тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын һәм бәхетле ғаилә тормошон дауам итеүҙәрен теләйек!"-тип яҙған үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә Илнур Иғдиев.
Фото: Илнур Иғдиев.