

Бөгөн беҙ йәнә бер «Ярҙам - изге эштәр ваҡыты» проектының сираттағы геройҙары менән таныштырабыҙ. Улар- Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылынан умартасы Муллахмәтовтар ғаиләһе. Улар үҙ умарталарынын Донбассҡа илле килограмм бал ебәргән.
— Донбасс ҡалаһында дуҫтарыбыҙ бар. Беҙ уларға хәлдән килгәнсә бал ебәрәсәкбеҙ, — ти Илдар Муллахмәтов. — 2022 йыл баллы йыл булды. Быйыл көҙ умартасылар үткән йылға ҡ ҡарағанда мул уңыш алды. Май-июнь айҙарында яуған ямғырҙар тәүҙә бал ҡорттарын аҙыҡһыҙ ҡалдырғайны, әммә унан һуңғы йылы көндәр һәм ҡояш сәскәгә бай миҙгел бүләк итте.
Умартасылар династияһы өсөн мәрхәмәтлек ҡылыу – йәшәү рәүеше. Ғаилә урындағы мәктәпте бал менән тәьмин итә, ауыл хакимиәтенә һәм йәш спортсыларға ярҙам итә.
" Ислам хәҙистәре һәм аяттарында, күршеңә ярҙам итергә кәрәк, тиелә. Мосолман йоҡларға ятһа, ә күршеһе ас икән, был — гонаһ," -ти Илдар Муллахмәтов.
- Беҙҙең артта тотош бер команда - ирле-ҡатынлы, балалар, туғандар тора, уларҙың һәр береһе - ғаилә умарталығы системаһында мөһим звено. Беҙ һәр өлөштөң яйға һалынған эше һөҙөмтәһендә генә алға барабыҙ, - тип өҫтәне улы Азат. - Өләсәйебеҙ диндар кеше ине, ул үҙе лә, ата-әсәләребеҙ ҙә беҙгә яҡындарыбыҙға ҡарата миҫалдарҙы күрһәтте. Атайым менән әсәйем беҙгә әйтә: изгелек ҡылып, табыш тураһында уйламағыҙ, эшләнек - һәм оноттоҡ. Тормош юлы буйлап барыуы ла еңелерәк, яҡындарыңа - шатлыҡ.
Бына шундай динле, рухлы, маҡсатлы һәм изге күңелле ғаилә йәшәй Асҡын районында. Үҙҙәренең ҡылған ғәмәлдәре меннә генә түгел, ә йәшәү рәүеше менән дә күптәргә өлгө улар.
Фото: "Башинформ"