

Ишембай районының Үрге Әрмәт ауылы халҡы ошо көндәрҙә оло шатлыҡ кисерҙе: ауылдаштары Раушания һәм Руслан Әбсәләмовтарҙың Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан улдары Радмир и:ән-һау ҡайтҡан! Был хаҡта Үрге Әрмәт ауылының мәҙәниәт йорто төркөмө хәбәр итә.
"7 ноябрь көнө Әбсәләмов Руслан Зариф улы һәм Раушания Рәшит ҡыҙы ғаиләһе Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан улдары Радмирҙы ҡаршыланы. Ул ата- әсәһе янына бер-нисә көнгә сираттағы ялға ҡайтты. Ата-әсәһе, туғандары, дуҫтары, ауылдаштары һалдатты бик матур итеп ҡаршы алды. Беҙ уға, тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп, тыуған яғына - Әрметенә, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ", -тиелгән унда.
Беҙ ҙә Әбсәләмовтарҙың шатлығын уртаҡлашабыҙ һәм Радмирға йәнә тыуған ауылына, яҡындары янына иҫән-һау ҡайтарға насип булһын!
Фото һәм видео: Үрге Әрмет ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөнән