Геройҙар дәүере
9 Ноябрь 2022, 12:55

"Йәнгүзәл" инәйҙәре ойоҡ-бейәләй бәйләй

Күңел һалып бәйләнгән йылы ойоҡбаштар һәм бейәләйҙәр Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ебәреләсәк.

"Йәнгүзәл" инәйҙәре ойоҡ-бейәләй бәйләй"Йәнгүзәл" инәйҙәре ойоҡ-бейәләй бәйләй
"Йәнгүзәл" инәйҙәре ойоҡ-бейәләй бәйләй

Илдә барған хәлгә Сибай ҡалаһынынң "Йәнгүзәл" фольклор ансамбле ағзалары ла ситтә ҡала алманы. Улар һалдаттар өсөн йөндән йылы ойоҡбаштар, бейәләй-бирсәткәләр бәйләй.

"Хәҙер өйҙәге йылылыҡ - хәрби частарҙаге егеттәребеҙгә етмәй. Йылылыҡ һәм һөйөү менән үҙ ҡулдары менән бәйләнгән йөн әйберҙәр ғаиләһен яҡларға саҡырылған ир - аттарға ышаныу символы булып тора. Өләсәйҙәребеҙ әйтеүенсә, аяҡтары һәр саҡ йылы булырға тейеш, нәҡ шуға күрә йөн ойоҡбаштар көҙгө-ҡышҡы һалҡын осорҙа бик файҙалы буласаҡ. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙ өсөн "Йәнгүзәл" халыҡ фольклор ансамблендә ҡатнашыусылар йылы ойоҡ, бейәләй бәйләй, уларҙы уңайлы йыйылмаларға йыя башланы,"- тип хәбәр итә ансамбль инәйҙәре.

Фото: "Йәнгүзәл" халыҡ фольклор ансамбле төркөмө

"Йәнгүзәл" инәйҙәре ойоҡ-бейәләй бәйләй
"Йәнгүзәл" инәйҙәре ойоҡ-бейәләй бәйләй
"Йәнгүзәл" инәйҙәре ойоҡ-бейәләй бәйләй
Автор:Карима Усманова
Читайте нас