Геройҙар дәүере
10 Ноябрь 2022, 10:35

Батыр ҡаҙаҡ ирен Өфөлә бүләкләйәсәктәр

Иҫләйһегеҙме, Сабит Шонтаҡбаев һигеҙенсе ҡатта тәҙрәлә эленеп торған баланы ҡотҡарғайны.  

Батыр ҡаҙаҡ ирен Өфөлә бүләкләйәсәктәрБатыр ҡаҙаҡ ирен Өфөлә бүләкләйәсәктәр
Батыр ҡаҙаҡ ирен Өфөлә бүләкләйәсәктәр

Башҡортостандың баш ҡалаһына киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан заман геройҙары «Беҙҙең заман геройы» Бөтә Рәсәй телевизион йәмәғәт премияһын тапшырыу өсөн йыйыласаҡ. Быйыл дәғүәселәр араһында Беларусь һәм Ҡаҙағстан республикаларында йәшәүселәр ҙә бар.

«Вся Уфа» телеканалы хеҙмәткәрҙәре баланы ҡотҡарған Сабит Шонтаҡбаевтың батырлығын урап үтә алмауын билдәләне. Был ир эшкә китеп барғанда бер йорттоң ишек алдында халыҡ йыйылғанын, ә һигеҙенсе ҡаттың тәҙрәһендә бер илап бөткән баланың эленеп тороуын күреп ҡалған. Сабит подъезға ташлана һәм етенсе ҡаттағы күршеләренә күтәрелә. Тәҙрә аша, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ҡыҙыҡайға ынтыла. Һәм уны ҡотҡара. Был батырлығы өсөн ул күп бүләктәр ала. Ҡаҙағстан Президенты Касым-Жомаарт Токаев менән дә осраша.

Был хәл тураһындағы видеояҙма Рәсәйҙең, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең һәм сит илдәрҙең бөтә социаль селтәрҙәрен урап сыҡты. Кешеләр уның ҡыйыулығына һоҡланыуын белдерҙе.

Ә Сабит «Беҙҙең заман геройы» Бөтә Рәсәй телевизион йәмәғәт премияһына лайыҡ булыуын белгәс, яуап итеп видеомөрәжәт яҙҙырып ебәргән. Унда хәбәр итеүенсә, Өфөнән шылтыратыуҙарына ғәжәпләнһә лә, Башҡортостандың баш ҡалаһына килеүҙе түҙемһеҙләнеп көтә.

Әйткәндәй, «Беҙҙең заман геройы» премияһы халыҡ-ара премияға әүерелә. Изгелек, эскерһеҙлек, батырлыҡ күрһәтеү өсөн сик юҡ бит. Һәм Өфө йәнә бер тапҡыр халыҡ-ара сараларҙы үткәреү өсөн лайыҡлы майҙансыҡ икәнен раҫлаясаҡ.

Иртәгә, 11 ноябрҙә Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Беҙҙең заман геройы» Бөтә Рәсәй телевизион йәмәғәт премияһы наградаларын тапшырыу тантанаһы була. Бүләкләү тантанаһының тура эфирын «Вся Уфа» телеканалында йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендә киске сәғәт 7-лә ҡарағыҙ.

Кешеләрҙең изге эштәре тураһында бел! Арабыҙҙа геройҙар бар!

Фото һәм видео: "Вся Уфа".

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас