

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһенә Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадрановты оҙатыуҙа ҡатнашты. Уның менән бергә тағы дүрт ирекмән юлға сыҡты. Егеттәрҙе оҙатырға туғандары, бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәре, дуҫтары килгәйне.
Азат Бадрановтың ата-әсәһе менән аралашыу мәлендә Радий Хәбиров илһөйәр ул тәрбиәләгәндәре өсөн Шамил Әхмәҙи улына һәм Гүзәлиә Зәйнетдин ҡыҙына рәхмәт белдерҙе.
–Беҙ тәү тапҡыр генерал Шаймортовҡа һәйкәл асҡан яңыртылған Совет майҙанынан яугирҙәребеҙҙе оҙатабыҙ. Был урын ҙур тарихҡа бай. Тап ошонда 1942 йылда Миңлеғәле Шайморатов республика етәкселегенә 112-се кавалерия дивизияһының фронтҡа китергә әҙер булыуын белдергән. Азат Шамил улы махсус хәрби операцияға Шайморатов исемендәге батальондың замполиты сифатында бара, – тине Радий Хәбиров. – Егеттәребеҙҙең унан тере һәм сәләмәт ҡайтыуҙары бик мөһим. Уларҙы шулай уҡ Совет майҙанында ҡаршылаясаҡбыҙ.
Журналистар менән осрашҡанда Азат Бадранов үҙе менән барасаҡ егеттәрҙең кәйефе яҡшы булыуын белдерҙе.
– Махсус хәрби операцияға ирекмән булып барырға ҡарар итеүемә бер айҙан аҙ ғына күберәк ваҡыт уҙҙы. Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйғандан һуң айырыуса мәғәнәгә эйә Совет майҙанынан китеү бигерәк тә ҙур хөрмәт, – тине Азат Бадранов. – Был тиклем халыҡ оҙатырға килер тип көтмәгәйнем. Өфөнән хәрби часҡа йүнәләбеҙ. Унда обмундирование, ҡорал аласаҡбыҙ һәм хәрби хәрәкәттәр зонаһына китәсәкбеҙ. Беҙҙе еңеү менән көтөгөҙ!
Фото:Башҡортостан Башлығы сайты.
Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/159201.html