Геройҙар дәүере
10 Ноябрь 2022, 14:08

Тәүге төркөм хәрби хеҙмәт урынына юлланды

Бөгөн республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктынан тәүге төркөмдө хеҙмәт урынына оҙатыу буйынса тантаналы митинг булып үтте.

Тәүге төркөм хәрби хеҙмәт урынына юлландыТәүге төркөм хәрби хеҙмәт урынына юлланды
Тәүге төркөм хәрби хеҙмәт урынына юлланды

Бөгөн республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктынан тәүге төркөмдө хеҙмәт урынына оҙатыу буйынса митинг булып үтте.

Хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш сиктәрендә республиканың хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктынан 80-гә яҡын кеше Мәскәү өлкәһенә һәм Рязань ҡалаһына оҙатылды. Егеттәр хәрби хеҙмәтен һауа-десант, милли гвардия, ҡоро ер ғәскәрҙәрендә үтәйәсәк.

Ватандың киләсәк һаҡлаусылары алдында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич, хакимиәт, дини конфессиялар вәкилдәре, хәрби хеҙмәт ветерандары сығыш яһаны.

“Армия ир кешенең тормошондағы яңы осор ҙа, уның өсөн етди һынау ҙа булып тора. Хеҙмәтте лайыҡлы, намыҫлы үтәгеҙ, яңы күнекмәләргә өйрәнегеҙ, маҡсатҡа ынтылышлы булығыҙ һәм тыуған йортоғоҙға сәләмәт, нығынған хәлдә ҡайтығыҙ”, – тип теләктәр теләне республиканың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич.

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу   саралары Украиналағы махсус операция менән бер нисек тә бәйләнмәгән. Элекке кеүек үк, ул Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән билдәләнгән ваҡытта һәм планлы тәртиптә башҡарыла. Хәрби саҡырылыш буйынса алынғандар, һөнәре ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәй биләмәһендәге подразделениеларҙа хеҙмәт үтәсәк, ә хеҙмәт ваҡыты тулғандар йәшәгән урындарына ҡайтарыласаҡ. Хәрбиә хеҙмәткә саҡырылғандарҙың төп өлөшө 4-5 айға уҡытыу үҙәктәренә йүнәлтеләсәк.

Оҙатыу алдынан бөтә призывниктар ҙа коронавирус инфекцияһы буйынса тест үтте. Егеттәр медицина маскалары, бахилалар, бактерияларға ҡаршы дарыу саралары, шулай уҡ әйбер тоҡсайы һәм ризыҡ менән тәьмин ителгән.

Башҡортостандың Хәрби комиссариатының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, көҙгө саҡырылышта Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәренә дүрт меңдән ашыу кеше оҙатыласаҡ. Хәрби хеҙмәткә саҡырыу ағымдағы йылдың 31 декабренә хәтлем барасаҡ.

Фото: БР Хәрби комиссариатының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас