Геройҙар дәүере
11 Ноябрь 2022, 11:15

“Иң тәмле бал һеҙҙә, тиҙәр. Татып ҡарайһы ине...”

Дағстан уҡыусылары   йылғала бата яҙған ике кескәй ҡыҙҙы ҡотҡарған. Улар бөгөн Өфөлә "Беҙҙең заман геройы"наградалары менән бүләкләнәсәк...

“Иң тәмле бал һеҙҙә, тиҙәр. Татып ҡарайһы ине...”“Иң тәмле бал һеҙҙә, тиҙәр. Татып ҡарайһы ине...”
“Иң тәмле бал һеҙҙә, тиҙәр. Татып ҡарайһы ине...”

Бөгөн Өфө аэропортында “Бәләкәй кешенең оло батырлығы” номинацияһында еңгән геройҙарҙы ҡаршы алдылар.  Дағстан уҡыусылары Иса Иҙрисов,Сайхан Задаев, Асхаб Адаев, Тайби Сайдарбаев  йылғала бата яҙған ике кескәй ҡыҙҙы ҡотҡарған.

Балалар Башҡортостанға сәфәрҙе ҡыҙыҡһынып көткән. “Беҙ тәү тапҡыр Өфөгә аяҡ баҫтыҡ. Бер рейстан икенсе рейсҡа күскән арала республика хаҡында күберәк белергә тырышып, уның хаҡында уҡыныҡ Һеҙҙә иң тәмле бал һәм иң тәмле сәк-сәк икәнен белдек. Татып ҡараясаҡбыҙ”,– ти ҡунаҡтар.

Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында  “Беҙҙең замандың геройы” тип аталған  XI  Бөтә Рәсәй телевизион йәмәғәт премияһы наградаларын тапшырыу тантанаһы үтә. Беҙ бөгөн “Батыр йөрәк”, “Рухтары менән көслөләр”, “Йылдың социаль акцияһя”, “Изге эш”, “Йыл бағыусыһы”,”Беҙҙең заман геройы” номинацияларында еңеүселәр менән танышасаҡбыҙ. Сараны бөгөн “Вся Уфа” телеканалында һәм “Бәйләнештә”ге төркөмдә ҡарап буласаҡ. 19 сәғәттә башлана, һуңламағыҙ, бик ҡыҙыҡлы буласаҡ!

 Фото: “Башинформ”

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас