Геройҙар дәүере
11 Ноября 2022, 15:35

"Ғүмеремде Рәсәй өсөн бирергә әҙермен..."

"Мин үҙ һаулығыма һәм көсөмә ышанам, башҡорт батальондарының береһендә доброволец булырға теләйем", - тип яҙҙы журналист.

"Ғүмеремде Рәсәй өсөн бирергә әҙермен...""Ғүмеремде Рәсәй өсөн бирергә әҙермен..."
"Ғүмеремде Рәсәй өсөн бирергә әҙермен..."

Украинала махсус хәрби операция башланыу менән Башҡортостандың бихисап ҡаһарман ир-егеттәре үҙ теләктәре менән ҡулына ҡорал алып илебеҙҙе яҡларға юлланды. Араларында йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә, ябай эшселәр ҙә, ҙур чиновниктар ҙа бар. Бөгөн социаль селтәрҙә билдәле журналист, рус география йәмғиәте ағзаһы Рөстәм Сиразетдиновтың яҙмаһын күреп, уның да доброволец булыраҡ барырға йыйыныуын белдек. Унда ул республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевичҡа мөрәжәғәт итеп, ошондай һүҙҙәр яҙған.

“Иптәш полковник, мине махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн доброволец итеп ебәреүегеҙҙе һорайым. Хәрби званием: өлкән лейтенант 1990 йылда бирелде. Состав: команда составы. Хәрби присяганы 1983 йылдың 29 майында ҡабул иттем. ВУС - 0001: мотоуҡсылар взводы командиры.

Хөрмәтле Михаил Александрович! Миңә 62 йәш һәм бының мобилизация өсөн иң сикке йәш икәнен аңлайым. Әммә мин үҙ һаулығыма һәм көсөмә ышанам, шулай уҡ башҡорт батальондарының береһендә доброволец булырға теләйем. Вазифа һәм исемдәр кәрәкмәй: ҡорал, каска, бронежилет һәм хәрби бурыс бирегеҙ. Үлемдән ҡурҡмайым, ҙур кеше ғүмере үттем. Ғүмеремде яратҡан һәм хөрмәт иткән Рәсәйгә бирергә әҙермен... Алдан уҡ ошо ғаризаны пиар яһарға маташыу тип иҫәпләмәүегеҙҙе һорайым. Бөтә донъя өсөн яҙҙым, шым ғына баш тартыу булмаһын өсөн! "Улар Тыуған иле өсөн көрәште" фильмынан Бондарчук менән Тихоновтың күҙ алдында...” – тип яҙҙы ул.

Әйткәндәй, Рөстәм Сиразетдинов 2016-2019 йылдарҙа икешәр тапҡыр ДХР һәм ЛХР республикаларында гуманитар миссиялар менән булған. Украина властары уны 2018 йылда “халыҡ-ара террористар” исемлегенә лә индергән.

Ҡаһарман яҡташыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!

Фото: социаль селтәрҙәр. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас