

Иглин районында йәшәгән 63 йәшлек Михаил Петров инвалид коляскаһында хәрәкәт итеүенә ҡарамаҫтан, Рәсәй армияһында хеҙмәт итеү хоҡуғы өсөн көрәшә. Ул ирекмән булып яҙылған, йәштәрҙе танк йөрөтөргә, техника һәм радиоаппаратура ремонтларға өйрәтергә теләй.
Хәрби комиссариат уны башҡалар менән бергә хәрби әҙерлек үтеү өсөн часҡа ебәргән. Ростов өлкәһендәге мотоуҡсылар дивизияһына килгәс, командир уны подразделениеға алырға теләһә лә, табип ҡаршы төшкән, үткәрмәгән. Аҙаҡҡы һүҙҙе Оборона министрлығы әйтәсәк. Ирекмән ҡарарҙы көтөп, ҡунаҡханала йәшәй.Түләү өсөн аҡсаһы бөтһә лә, ул бирешергә теләмәй, хәрби часть янында палатка ҡорорға ниәтләй.
“Был минең өсөн сираттағы ҡаршылыҡ, уны еңергә тейешмен. Мин бирешмәйәсәкмен. Беләһегеҙме, инвалид булыуҙарына ҡарамаҫтан, минең кеүек хеҙмәт итергә ашҡынғандар бик күп. Беҙ илдә яңы илһөйәрлек тулҡынын ҡуҙғатып ебәрә алабыҙ”,- ти ул.
Михаил Петров республикала коляскалағы инвалидтарҙың “Альтернатива” йәмәғәт ойошмаһын етәкләй. Ойошманы ул ҡатыны менән бергәләп булдырған. Бынан тыш, ул парармия хәрәкәтен әүҙем үҫтерә, ти яҙа “Башинформ”.
Фото: VK.com