Геройҙар дәүере
14 Ноября 2022, 14:00

"Йәшерәк булһам, үҙем дә барыр инем!"

Стәрлетамаҡ районы фермеры хәрби госпиталдәрҙә дауаланған яугирҙәребеҙгә бал ебәрҙе.

"Йәшерәк булһам, үҙем дә барыр инем!""Йәшерәк булһам, үҙем дә барыр инем!"
"Йәшерәк булһам, үҙем дә барыр инем!"

Стәрлетамаҡ районы фермеры Анатолий Григорьевич Долгий махсус хәрби операцияла яраланған яугирҙәр дауаланған хәрби госпиталдәргә 1000 килограмм самаһы бал ебәрҙе.

Ул - Стәрлетамаҡ районында тәүгеләрҙән булып фермерлыҡ хәрәкәтен башлап ебәреүселәрҙең береһе. А.Г. Долгий крәҫтиән (фермер) хужалығын 1993 йылдың 14 сентябрендә ойошторған. Утыҙ йыллыҡ эшмәкәрлеге осоронда ныҡлы үҫеш алған, ер майҙанын 46 тапҡырға арттырыуға өлгәшкән. Бөгөн хужалыҡ "Фацелия" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тип атала, унда үҫемлекселек, малсылыҡ, һарыҡсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр. Бөгөн хужалыҡҡа Анатолий Григорьевичтың улы Александр етәкселек итә. Ләкин фермер эштәрҙән ситләшмәгән: күберәк күңел өсөн умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Быйыл да ул ярайһы мул уңыш алған. Уның бер өлөшөн Анатолий Григорьевич хәрби операция барышында һаулығын ҡаҡшатҡан яугирҙәр менән уртаҡлашырға ҡарар иткән.

"Ҡатыным менән кәңәшләштек тә, хәрби госпиталдә ятҡандарға ярҙам итергә булдыҡ. Яугирҙәр һаулығын нығытһын: бал менән сәй эсерҙәр, өйҙәрен иҫкә алырҙар, күңелдәренә лә йылыраҡ булып китер. Өҫтәүенә төнгә ҡарай бер ҡалаҡ бал –  сәләмәт йоҡо һәм организмды нығытыу тигән һүҙ", – ти Анатолий Григорьевич.

Әйтеүенсә, ул махсус операцияла ҡатнашҡан егеттәр өсөн бик борсола: унда хәҙер һыуыҡ, бысраҡ, окоптарҙа еүеш... "Үҙем дә илебеҙҙең мәнфәғәттәрен яҡлар инем, үкенескә ҡаршы, йәшем арҡаһында бер нәмә лә эшләй алмайым. Атайым – фронтовик, батырлыҡтар күрһәткән, алғы һыҙыҡта фашисты туҡмаған. Бөгөн шулай уҡ беҙҙең ғаилә вәкилдәренең береһе нацизмды бөтөрөү эшен дауам итә. Һәр беребеҙ ауыр минуттарҙа мөмкин тиклем Тыуған илгә ярҙам итергә тейеш, тип иҫәпләйем", - ти фермер.

А.Г.Долгий Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре аша 20 феләк сәскә балы, шулай уҡ ветеринария документтарын һәм балға документтар ебәргән. Яҡын көндәрҙә бал Дондағы Ростовҡа, ә унан Луганск Халыҡ Республикаһына ебәреләсәк.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

"Йәшерәк булһам, үҙем дә барыр инем!"
"Йәшерәк булһам, үҙем дә барыр инем!"
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас