

Әлшәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт бүлеге хәбәр итеүенсә, бөгөн Раевка ауылының социаль-мәҙәни үҙәгендә Рәсәй Федерацияһы Президенты, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ил һалдаттары хөрмәтенә "Рәсәй берләштерә" тип аталған патриотик концерт булған. Унда Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары ҡатнашҡан.
Сараны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, Совет секретары Шамил Сәлимов Әлшәй халҡын әлеге еңел булмаған ваҡытта бергә булырға, бер-береһенең яҡтыға ышанысын арттырырға, яугирҙәребеҙҙең хәрби рухын күтәрергә саҡырған.
"Махсус хәрби операцияла яҡташтарыбыҙ ҙа ҡатнаша – мобилизацияланған граждандар, доброволецтар, шайморатовсылар, доставаловсылар, контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр. Илебеҙҙең ысын патриоттарына, ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ күрһәткән уландарға рәхмәт. Геройҙар менән бер заманда йәшәүебеҙ, уларҙың яҡташтары булыуыбыҙ менән ғорурланырға тейешбеҙ, - тине үҙ сығышында район башлығы Дамир Мостафин. - Йәштәргә мөрәжәғәт итәм: яугирҙәребеҙҙән Ватаныбыҙҙы яратырға, уның мәнфәғәттәрен юғары ҡуйырға, бер нигә ҡарамаҫтан, батырҙарса көрәшергә һәм еңергә өйрәнегеҙ!"
Концерт тамашасыларҙа Тыуған илебеҙ тарихы, уның халҡының ҡаһарманлығы менән ғорурлыҡ тойғоһон арттырҙы. Ә яугирҙәребеҙгә беҙҙең ярҙам бик мөһим. Дөрөҫлөктә – көс! Берҙәм булһаҡ, еңелмәҫбеҙ!
Фотолар: Әлшәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт бүлеге.