

Салауат районының хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы үҙҙәренең аҡсаһына “УАЗ” автомашинаһы алып, яңыраҡ уны Луганскиҙағы Шайморатов исемен йөрөткән 1-се миномет батареяһы егеттәренә илткән.
Был сираттағы сәфәрҙә Афғанстан хәрби хәрәкәте ветерандары Рөстәм Хөснуллин һәм Рәлиф Хөснөтдинов ҡатнашты. Улар машинаға йылы кейем-һалым, аҙыҡ-түлек тейәп алып барған. “УАЗ” автомобиле ауыр юл шарттарында дарыу, ҡорал һәм башҡа кәрәк-яраҡ ташыу өсөн уңайлы. Булдыҡлы, ышаныслы ир-егеттәргә ҡоростай һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!
Фото: “Салауат ерендә” гәзите.