

Мәғлүм булыуынса, дин әһелдәре Башҡортостан батальондары яугирҙәрен рухи яҡтан ҡеүәтләп торор өсөн махсус хәрби операция уҙған урында үҙҙәренең изге бурыстарын үтәй.
Дин әһеле Виктор Иванов түбәндәгеләрҙе һөйләгән:
“Барыһы өсөн дә Аллаһҡа рәхмәт! Ошо көндәрҙә бер ауылдағы хәрбиҙәребеҙгә эш менән барҙыҡ. Ингән ерҙә ҡаршы алып, тәғәйен урынға тиклем алып барырҙар, тип килештек. Асыҡланыуынса, ул кешене ашығыс рәүештә ҡайҙалыр (шулай уҡ эш буйынса) ебәргәндәр, әммә беҙҙе мотлаҡ ҡаршы алып, оҙатасаҡтары тураһында еткерҙеләр. Нисек кенә булмаһын, машина ҡаршы алырға сыҡты, тап шул урынға хәҙер барып етәсәк, тип әйттеләр. Өмөтөбөҙ аҡланманы һәм беҙ ауылдың икенсе осона йүнәлдек (кем белә, бәлки, ингән урынды бутағанбыҙҙыр, әммә...). Унда ла көттөк тә көттөк... Һәм көтөп алдыҡ.
Яҡында нимәлер талғын ғына осҡаны ишетелде, уның ҡайҙа йүнәлгәнен тыңлап, эргәләге соҡорға һикерергә әҙерләндек. Әммә тауыштан беҙгә табан килмәгәнен аңлап, алыҫта шартлау тауышы ишетеп, бер аҙ тынысландыҡ. Берәү осто! Унан һуң тағы ла берәү. Хаймерстарҙы ҡайҙалыр ташлайҙар, тигән уй тыуҙы, сөнки бер-ике көн элек шул яҡҡа бер нисәһе осҡайны.
Ә беҙ көтөп торабыҙ. Бәйләнеш булмағас, шылтырата алмайбыҙ. Әйткәндәй, бар ине лә, юҡҡа сыҡты.
Бына тағы ла осто! Ә беҙ көтөүҙе дауам итәбеҙ: иң мөһиме - беҙгә түгел. Яҡшы! Аллаға шөкөр!
Көттөк-көттөк тә, тәүге урынға кире барырға булдыҡ, бәлки, унда беҙҙе көтәләрҙер!
Беҙҙе бер кем дә көтмәй ине. Әммә осоуҙар асыҡланды. "Беҙҙең" ауылда шартлаған. Сәнәғәт бинаһы буйлап аҡ томанлы төтөн әкрен генә тарала ине. Былар Хаймерстар булмаған, ә еңелерәктәре икәнен аңланыҡ. 15 минуттан һуң ҡара төтөн таралды. Әйткәндәй, егеттәр аҙаҡ был бинаның фотоһүрәтен күрһәтте, унан ялҡын телдәре, ҡара төтөн фонында, өҫкә күтәрелеп, күкте тешләргә маташҡандай тойола ине.
Хәҙер был тауыштар ауылдың икенсе яғында ишетелә ине, 20 минут элек беҙ вәғәҙә ителгән "юл күрһәтеүсе"не көткән ерҙә. Шунан шартлауҙар яҡынлаша башланы. Һәм шул саҡта беҙҙең бүлексәнән “Урал” килеп туҡтаны, ишек асылды һәм яугир, кабинанан сыҡмайынса, беҙгә ҡысҡырып ебәрҙе тиерлек: "Тайығыҙ бынан! 120-се минометтар атҡан кеүек тойола!” Ул осраҡта ошолай тип ишетелде: "Егеттәр, бында ҡалыу хәүефле, шуға ла бынан китегеҙ! Зинһар”. Ишек ябылғас, артабан елдерҙеләр.
Вәғәҙә ителгән "хәҙер"ҙе бер сәғәттән ашыу көткәнбеҙҙер, һығымталар яһап, осрашыуыбыҙҙы икенсе көнгә кисектереп торорға булдыҡ. Шартлауҙар яҡында ғына булғас, бер кемдә лә яҙмышты һынау теләге юҡ ине.
Үҙ урындарыбыҙға ипләп кенә ултырып, ҡуҙғалдыҡ.
Хоҙай Тәғәлә шул тиклем күп кешенең доғалары аша беҙҙе ҡалырға тейеш булмаған урындарҙан сығара һәм: "Хәҙергә бында тороғоҙ. (Унда шартланы.) Хәҙер шунда барығыҙ. (Бында шартлаясаҡ.) Ә хәҙер бөтөнләй китегеҙ – бөгөн һеҙҙең көнөгөҙ түгел һәм ваҡытығыҙ ҙа етмәгән...” – тип иҫкәрткән кеүек. Йәки: "Һеҙҙең өсөн бик күп кеше доға ҡыла..." — тип әйткәндәй.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Радий_Хәбиров_Башкортостан РБ Новости төркөмө.