

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ошо туралағы сәхифәләре менән уртаҡлашты.
“Өфө” һыу аҫты кәмәһе Рәсәйҙең Хәрби Диңгеҙ флотының бер өлөшөнә әйләнде. Март айында беҙ субмаринаны һыуға төшөрөүҙә ҡатнашҡайныҡ. Ә бөгөн, барлыҡ һынауҙарҙы үткәндән һуң, унда тантаналы рәүештә Андреев флагын күтәрҙеләр һәм тиҙҙән ул Тымыҡ оекан флотына хеҙмәт урынына йүнәләсәк”, – тип яҙҙы республика етәксеһе.
Беҙҙең республика өсөн ул ҙур ғорурлыҡ булып тора. “Йәшермәйем, ул шәхсән минең өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә. Һыу аҫты кәмәһе Башҡортостандың баш ҡалаһы исемен алһын өсөн Өлфәт Мансур улы Мостафин ҙур тырышлыҡ һалды, ә ҡатыным Карина был кәмәнең кендек әсәһе булды”, – ти Радий Фәрит улы.
Фото: “Бәйләнештә” сайтынан.