Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
18 Ноябрь 2022, 21:30

“Атайсал" беҙҙе бер аҙ үҙгәртте...

Ҡыҫҡа ғына ваҡытта төрлө эштәргә 1,5 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән!

“Атайсал" беҙҙе бер аҙ үҙгәртте...
“Атайсал" беҙҙе бер аҙ үҙгәртте...

Ҡунаҡсыл Асҡын ере бөгөн “Минең кесе Ватаным – Атайсал” форумына 11 райондан килгән вәкилдәрҙе йыйҙы. Ҡариҙел, Тәтешле, Мишкә, Балтас, Борай, Ҡыйғы, Мәсетле, Балаҡатай, Дыуан, Салауат райондарынан һәм Пермь крайының Октябрьский ҡалаһынан бер уй, бер теләк менән йыйылған ҡунаҡтар “Атайсал” проектында ҡатнашыусылар, меценаттар менән танышты, райондың үҫешенә, рухи донъяһына үҙ өлөшөн индергән әүҙемселәр менән тәжрибә уртаҡлашты.

Форумда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев сәләмләү һүҙендә яҡташлыҡтың берләштереүсе көс, “Атайсал” проектының йәнле һәм уңышлы эш икәнен дәлилдәр менән раҫланы.

Ысынлап та шулай. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров идеяһы менән башланған “Атайсал” проектының эш башлауына ике йыл ғына булыуына ҡарамаҫтан, ошо дәүерҙә 11 844 заявка бирелгән, 11 036-һы тормошҡа ашырылған. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡытта төрлө эштәргә 1,5 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән! Бында Хөкүмәттең бер тине лә инмәгән һәм халыҡтың үҙ теләге менән һалған көсө, сарыф иткән ваҡыты ла иҫәпкә алынмаған. Асҡын районында тыуып үҫкән, әле сит яҡтарҙа йәшәгән, яҡташтарының тормош-көнкүреше менән танышып барған, бәйләнештәрҙе өҙмәгән, тыуған төйәгенә оло һөйөү һаҡлаған кешеләрҙең күп булыуы хайран ҡалдыра. Шуларҙың береһе - Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Әлфис Ғаязов әлеге проектҡа тиклем үк Иҫке Ҡаҙансы мәктәбен тамамлаған уҡыу алдынғыларына академик стипендия булдырған. Мәктәптең матди-техник базаһын нығытыуға әле лә ярҙам итә.

Тағы ла бер сағыу миҫал – форумда ҡатнашыусылар бөгөн Яубүләк ауылында Иван Якутов исемендәге паркты һәм һәйкәлде асыу тантанаһында ҡатнашҡанда был эште атҡарыуҙа яҡташтары, Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Адик Фәтхуллиндың, Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтовтың ҙур көс һалыуы тураһына хәбәрҙар булды. Бындай миҫалдарҙы тағы килтерергә була һәм тыуған яғына, халҡына оло һөйөү йөрөткән кешеләр менән һеҙҙе артабан да таныштырасаҡбыҙ. Изгелек ҡылыу, кемгәлер яҡшылыҡ эшләү беҙгә тәбиғәтебеҙгә һалынған. Ә “Атайсал” тап ошо нескә хис-тойғоларҙы уятып, яҡташлыҡтың көсөн тойорға, туғанлыҡтың ҡәҙерен белергә этәрә. Форумда ҡатнашыусыларҙың “ошо проектҡа ҡушылғандан һуң беҙ ҙә үҙгәрҙек, икенсегә әйләндек” тигән һүҙҙәрен яҡшы аңлайбыҙ. Үҙебеҙ яҡшырған һайын, йәмғиәтебеҙҙе лә яҡшыртабыҙ тигән һүҙ бит.

Киләһе зона форумын үткәреү бурысын ҡырмыҫҡалылар үҙ иңенә алды. Яңылыҡтар ҙа, яҡшы хәбәрҙәр ҙә артасаҡ, тимәк.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

“Атайсал" беҙҙе бер аҙ үҙгәртте...
“Атайсал" беҙҙе бер аҙ үҙгәртте...
“Атайсал" беҙҙе бер аҙ үҙгәртте...
“Атайсал" беҙҙе бер аҙ үҙгәртте...
“Атайсал" беҙҙе бер аҙ үҙгәртте...
“Атайсал" беҙҙе бер аҙ үҙгәртте...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: