Геройҙар дәүере
19 Ноябрь 2022, 03:00

Рухи терәк беҙгә бик кәрәк!

Берҙән-бер балаһын хәрби операцияға оҙатҡан әсәнең хәлен дә, изге ниәттәрен дә яҡшы аңлайбыҙ, яҡшылығы үҙенә сауап булып ҡайтһын! Бындай ауыр саҡта улдары Ватанды һаҡлаған ғаиләләргә айырыуса ҙур иғтибар, йылы һүҙ , ярҙам, терәк булырлыҡ ауылдаштар кәрәк.

Рухи терәк беҙгә бик кәрәк!Рухи терәк беҙгә бик кәрәк!
Рухи терәк беҙгә бик кәрәк!

Упҡанкүл ауылындағы “Әкбәр” мәсетендә ҡорбан салыу церемонияһынан һуң табын әҙерләү мәленә тап килдек. Асҡын районында “Бәләкәй ватаным – “Атайсал”муниципаль зона форумы уңайы менән дин әһелдәренең осрашыуы, түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыуы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың именлеге, иҫән-һау ҡайтыуы хөрмәтенә теләк теләп, ҡорбан салып, доға уҡыуы  һис тә ғәжәп тойолманы.

Бөгөнгө ысынбарлыҡта диндең йәмғиәттә мөһим социаль институт булып сығыш яһауы һәм дәүләт менән рухи-әхләҡи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлауҙа бер бөтөн булып хеҙмәт итеүе барыбыҙҙың да файҙаһына ғына. Йәмғиәтебеҙҙә мәҙәни мираҫты тергеҙеүҙә халыҡтың әүҙем ҡатнашыуына ихтыяж бар. Һис һүҙһеҙ, был эштә дин вәкилдәре ҡатнашып, берҙәмлекте нығытыуҙа үҙенең ныҡлы, тос һүҙен әйтә ала. Киҫкен үҙгәрештәр шарттарында һәм махсус хәрби операция барған осорҙа милләттәштәребеҙгә рухи яҡтан ярҙам күрһәтеү республикабыҙ һәм тотош ил өсөн һулар һауалай кәрәк. Был мәсьәләләр, власть һәм дин әһелдәре, әүҙем граждандар араһында үткәрелгән тәжрибә уртаҡлашыу саралары форум сессияһында ла ҡаралды.

 “Әкбәр” мәсетендә беҙҙе ҡаршы алған  имам-хатип Ғәбделәхәт Суфиянов иман йортоноң тарихы менән таныштырҙы. Уға 2008 йылда таш һалына һәм өс йылдан һуң мәсет эшкә тотона. “Яҡташыбыҙ Рәдис Әкбәровтың ниәте менән башланғайны ул, үҙе беҙгә төҙөлөш материалдары менән ҙур ярҙам күрһәтте. ”Атайсал” проекты булмаған саҡта ла яҡташтарыбыҙ шулай изгелекле, ярҙамсыл булды, – ти имам-хатип. – Бөгөн ауылдаштарыбыҙ Гөлсәсәк Шәймөхәмәтова менән Хәмиҙә Шакирова махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙ иҫәнлеген теләп, ҡорбан салдырырға ниәтләне”. Ауыл Советы биләмәһе буйынса алты егет  хәрби хеҙмәткә алынған, бөгөн ҡорбан салдырған әсәйҙәрҙең береһе сентябрь айында хеҙмәткә алынған улының тиҙерәк имен-аман әйләнеп ҡайтыуын көтә. Берҙән-бер балаһын хәрби операцияға оҙатҡан әсәнең хәлен дә, изге ниәттәрен дә яҡшы аңлайбыҙ, яҡшылығы үҙенә сауап булып ҡайтыуын теләйбеҙ. Бындай ауыр саҡта улдары Ватанды һаҡлаған ғаиләләргә айырыуса ҙур иғтибар, йылы һүҙ , ярҙам, терәк булырлыҡ ауылдаштар кәрәк.

Дүрт районға имам-хатип булып торған Зөфәр Ғиндуллин һәм Ҡыйғаҙы ауылының “Нур” мәсете имам-хатибы Сәғитйән Ғәлимшин  да “Атайсал” проектының халыҡты әүҙемләштереп ебәреүен билдәләне. “Хоҙай Тәғәлә беҙгә ҡабатланмаҫ матурлыҡ, хозур көндәр биргән. Алдағыһы ла хәйерле булһын, ҡөрән уҡып, доға ҡылайыҡ. “Әкбәр” мәсете биләмәбеҙҙә ойошторолған бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Күрәһегеҙ бит, бөгөн дә беҙгә күпме ағинәйҙәр, “Аулаҡ ауыл” фольклор ансамбле ағзалары килгән, беҙҙә битарафтар юҡ”,– ти дин әһелдәре.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һәм Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов  дин әһелдәренең “Атайсал” проектында ҡатнашыуҙарын,  ауыл йәмен һәм тәртибен һаҡлауҙа, халыҡты ойоштороуҙа мөһим эш башҡарыуҙарын билдәләне. Урал Таһир улы әйтеүенсә, “Атайсал” проекты шундай үҙенсәлекле, йәнле, күңел һалып эшләй торған эш булды, бында һинең ниндәй милләттән булыуың, ниндәй дин тотоуың, ниндәй белемгә эйә булыуың һис мөһим түгел, барыһы ла бәләкәй Ватаныңа, бала сағың үткән тыуған ереңә, күрше-күләнеңә, ауылдаштарыңа булған яратыу тойғоһонан ярала. Бик ҡеүәтле көс ул Атай йорто – “Атайсал”!

 Форумда ҡатнашыусылар АсҡындағыҮҙәк район мәсетендә лә булды, Изге Никольск ғибәҙәтханаһындағы ремонт эштәре менән танышты, халыҡ менән тығыҙ аралашты.

Айра Нурмөхәмәтов фотолары.

Рухи терәк беҙгә бик кәрәк!
Рухи терәк беҙгә бик кәрәк!
Рухи терәк беҙгә бик кәрәк!
Рухи терәк беҙгә бик кәрәк!
Рухи терәк беҙгә бик кәрәк!
Рухи терәк беҙгә бик кәрәк!
Рухи терәк беҙгә бик кәрәк!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас