Геройҙар дәүере
19 Ноябрь 2022, 09:02

“Яугирҙәргә ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт!”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәрбиҙәргә ярҙам итеүселәргә рәхмәт белдерҙе.

“Яугирҙәргә ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт!”“Яугирҙәргә ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт!”
“Яугирҙәргә ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт!”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәрбиҙәргә ярҙам итеүселәргә рәхмәт белдерҙе.

Социаль селтәрҙәге сәхиәфәләрендә ул халыҡ яугирҙәргә бүләк иткән техниканы Миңнеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальонға оҙатыласаҡ ярҙамдың бер өлөшө генә тип атаны. “Ул беҙҙең яугирҙәр өсөн өҫтәмә көс буласаҡ һәм уларға махсус хәрби операцияны заданиеларын үтәргә ярҙам итәсәк”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы.

Ул ирекмәндәрҙе хеҙмәт итеү өсөн барлыҡ кәрәк нәмә менән тәьмин итеү тураһында баштан уҡ килешеү булыуын иҫкә алды. Яҡташтарға беҙҙең предприятиелар, вайымһыҙ булмаған граждандар әүҙем ярҙам күрһәтә. Иртәгә гуманитар ярҙам тейәгән был машиналар махсус хәрби операция урынына йүнәләсәк. Йөк эсендә – ҡышҡы кейем-һалым, тыуған йорттарынан посылкалар һәм хәбәрҙәр.

“Беҙҙең яугирҙәргә ярҙам иткән барлыҡ кешеләргә ҙур рәхмәт!” – ти республика етәксеһе.

Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас