

Район һәм ҡалаларҙа махсус операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең ата-әсәләренә, яҡындарына бар яҡлап ярҙам күрһәтелә. Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылынан мобилизацияланған Ғәфүр Хәсәновтың ата-әсәһенә шәхси эшҡыуар Мөнир Дәүләткилдин бер машина утын алып килгән.
Ғәфүр Хәсәнов илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс тә тәүгеләрҙән булып хәрби йыйынға оҙатылған ине. Әйткәндәй, егеттең йырҙары беҙҙең төркөмдә лә ҡуйылғаны булды.
Ғәфүрҙең имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ! Ә инде изге күңелле, ярҙамсыл ауылдаштарына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Фото: Ишбирҙе ауылы төркөмөнән.